Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
16 Марта 2021, 03:09

Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә

Ҡыҙыу барҙы ярыштар

Озерный урта мәктәбендә яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә хәрби оҫталыҡ буйынса 10-сы тапҡыр ярыштар үтте. Ахун, Ураҙ, Миндәк, Мәҫкәү, Уральск, Килмәк һәм Озерный мәктәптәренән 11 команда ҡатнашты. Учалы хәрби комиссары Вадим Виноградов, ДОСААФ етәксеһе Алексей Валеев, локаль һуғыштар ветерандары ойошмаһы рәйесе Рәис Ҡасимов, ветеран яугирҙар, Илгиздең атаһы Ғилман ағай һәм әсәһе Гәүһәр апайҙар килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Ҡунаҡтар мемориаль таҡтаташҡа гөлләмәләр һалды.
Ярышҡа килеүселәр Афған һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙе, ваҡытыһыҙ вафат булған Миндәк мәктәбе военругы Илгиз Әхмәт улы Сәйфелмөлөкөвты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Ә ярыштар үтә сәмле барҙы, ярыш рекордтары яңыртылды. Урындар түбәндәгесә бүленде: 1-се урын – Озерный мәктәбенең беренсе командаһы, 2-се урын – шул уҡ уҡыу йортоноң икенсе командаһы (етәкселәре Раят Ишмөхәмәтов), 3-сө урын – Ураҙ командаһы (Илмир Хаджиев). Шулай итеп хәрби комиссариаттың күсмә кубогы мәңгелеккә Озерный мәктәбендә ҡалдырылды.
Шәхси беренселектә абсолют чемпиондар – Артем Фәизов (Озерный) һәм Гөлфиә Таһирова (Ураҙ). Еңеүселәргә грамота-миҙалдар, аҡсалата приздар бирелде. Шулай уҡ Алексей Валеев автомәктәптә уҡырға сертификаттар тапшырҙы.
Йәш спортсыларға, килгән ҡунаҡтарға, ойоштороусыларға (мәктәп директоры Ришат Ғибәҙуллин, хәрби әҙерлек уҡытыусыһы Раят Ишмөхәмәтов) ихлас күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы
Читайте нас