Бисмилләһир рахманир рахим.
Әссәләмү ғәләйкүм, мөьмин ҡәрҙәштәр!
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Рәғәиб айы - Аллаһы Тәғәләнеке. Аллаһы Тәғәлә доғаларҙы ҡабул ҡыла торған, бәндәләрҙе ярлыҡай торған ай”.
Шәғбан айын Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) минең ай, тип атаған. Шәғбан айында эшләгән изгелектәребеҙ - Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шәфәғәтен беҙгә насип итеүсе изгелектәр. Ҡиәмәт көнөндә, иң ауыр ваҡытта, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) бәндәләргә шәфәғәт күрһәтә ала, барлыҡ пәйғәмбәрҙәребеҙ араһынан ҙур шәфәғәт күрһәтеү Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә генә бирелгән. Шәғбан айында ҡылған яҡшылыҡтарыбыҙ Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) шәфәғәтенә сәбәпсе була ала. Әмин.
“Өммәтемде нисек танырһың?” - тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.): “Минең өммәтем биш ваҡыт намаҙ уҡыр, уларҙың тәһәрәт алған урындарында нур бөркөлөп торор”, - тигән. Был айҙа ла, йәғни Шәғбан айында ла, Рәжәб айында ҡылған шикелле, изгелектәр ҡылырға, нәфел ураҙалары тоторға, нәфел намаҙҙары уҡырға кәрәк. Был - Рамаҙан айына ла әҙерлек булып тора. Әммә ураҙаларҙы 15-нән һуң тотоу бик күркәм һаналмай. Беренсе 15 көнлөгөндә тотҡан ураҙа - күркәм, айҙың икенсе яртыһы - Рамаҙан айына әҙерләнеү ваҡыты. Был - доғаларҙың иң ҡабул ҡылына торған ваҡыты. Әмин!
Бәраәт кисәһе билдәле, шулай булыуы менән ҡәҙерле лә. Доғаларҙың ҡабул була торған көнө. Шуға күрә 14-се көндө ураҙаға кереп, ураҙа тотоп, ҡояш байығас, Ҡөрьән уҡып, теләктәр теләп, Аллаһы Тәғәләнән тәүбә-истиғфар һорап кисте уҙғарыу тейешле. Ошо кистә “Тормош” тигән ағас һелкенеп, унан кешенең исеме яҙылған япраҡ өҙөлөп төшөр, тигән риүәйәт бар. Беҙ тағы бер йыл йәшәйбеҙме, киләһе Бәраәт кисәһенә тиклем йәшәү насипмы-юҡмы? Ошо кисәлә хәл ителә, билдәләнеп ҡуйыла әжәлебеҙ. Был кисте тағы бер ғәмәл бар - беҙҙең бер йыллыҡ ғәмәл дәфтәрҙәребеҙ төргәкләнеп, тамамланып ҡуйыла.
Был кисәне матур итеп, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үҙебеҙҙе мосолманса күрһәтеп ҡаршыларға кәрәк. Ҡиәмәт көнөндә ошо кисәнең рәхмәте беҙгә булһын. Был кисә Рамаҙан айына кереү ҡапҡаһы ла булып тора. Беҙ ошо кисәгә гонаһтарыбыҙҙан арынып, бәндәләргә бүләк итеп бирелгән Рамаҙан шәрифкә керәсәкбеҙ. Әмин! Раббил ғаләмин.