Бик аяуһыҙ һикһәненсе йылдар,
Тура килде һинең заманға.
Кем уйлаған эләгерһең тип
Шул ҡәһәрле, алыҫ Афғанға.
Рәфис ҡусты 1964 йылдың 22 майында Ҡобағош ауылында Ишмырҙа ағай менән Минзифа апай Шакировтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Шакировтар бер ҡыҙ һәм алты ир баланы үҫтереп, тормош юлына баҫтыралар.
Ишмырҙа ағай үҙе Оҙонкүл ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, япон милитаристарын тар-мар иткәс 1950 йылда ғына тыуған ауылына ҡайтып инә. Минзифа апайға өйләнгәс Ҡобағош ауылына күсеп төпләнәләр. Ағай 42 йылдан ашыу малсылыҡта эшләп хаҡлы ялға сыға. Күп кенә наградаларға лайыҡ булған кеше ул.
Шулай итеп Рәфис 1971 йыл Ҡобағош 8 йыллыҡ мәктәбенә уҡый башлай. Һуңынан 9-сы класта уҡырға Озерный урта мәктәбенә килә. Ике аҙна уҡығандан һуң, Учалы ауылында 22-се һөнәрселек училищеһында мастер булып эшләгән бер туған ағаһы Рәсих үҙенең эргәһендә тракторсы-машинист һөнәренә уҡырға алып китә. Механизатор танытмаһы алып, Рәфис 1981 йыл тыуған ауылы Ҡобағошта – “Байрамғол” совхозының 5-се фермаһында эш башлай. Тракторсы булғас, ер һөрә, бесән-силос әҙерләүҙә йөрөй, ағас сығара. Эшкә бик таһыллы, тырыш, башлағанын еренә еткереүсән, яуаплы, ихлас һәм ярҙамсыл булды, тип хәтерләйҙәр уны ауылдаштары.
Район-ҡаланың хәрби комиссары подполковник Сатлыков армияға алынырға тейеш бер төркөм егеттәргә ДОСААФ-та шоферҙар курсында уҡырға тәҡдим итә. Улар араһында Рәфис тә була. 1983 йылдың йәйендә танытманы ҡулына алып, шофер булғанына ҡыуанып, “КамАЗ” автомобилендә эшләй башлай, Белорет, Тирлән яғынан ағас-таҡта ташый. Шул уҡ йылдың 29 декабрендә әрме сафтарына саҡырыла. Өфөләге йыйлыу пунктына 53 Учалы егетен прапорщик Масленцов алып китә. Күбеһе шофер булғас, Афғанстанға ебәреләсәктәрен әллә белеп, әллә йөрәге менән һиҙеп: “ Иҫән-һау ҡайтығыҙ, егеттәр!” – тип теләктәрен теләп оҙатып ҡала.
Рәфис менән бер төркөм егеттәребеҙ Үзбәк ССР-ы Термез ҡалаһы эргәһендәге Өсҡыҙыл станцияһында торған хәрби частың айырым батальонындағы 1-се авторотаһында карантин үткәндән һуң хеҙмәт юлын башлайҙар. Ғәлиәхмәрҙән – Илфат Ғәлин, Нәсим Заһиров, Ҡоҙаштан – Юлай Закиров, Сәфәрҙән – Нил Ғәбитов, Илдар Әхмәтйәнов, Илсенән – Нил Баҡыев, Рудниктан - Марат Хаммасов, Радик Ибәтуллин, Учалы ҡалаһынан - Ирек Ғәлиев, Сергей Ярин, Сергей Беляев, Фәнис Хәкимов, Әлфир Яхин.
Колонна составында ҡорал, аҙыҡ-түлек, хәрби амуниция, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташыйҙар. Кабул ҡалаһына барып еткән осраҡтары ла булғылай. Рейстар 15 йә унан да күберәк көн дауам итә.
Рәфистең хеҙмәттәше Илфат Ғәлин һөйләүенсә, Яңы йыл төнөндә барлыҡ колонна автомобилдәрен паркка һаҡҡа ҡуйҙыралар. 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә Рәфис ҡарауылға сыға. Шул төндә “дошмандар” колоннаға һөжүм итә. 1985 йылдың 1 ғинуарына ҡараған төндә интернациональ бурысын үтәгән яҡташыбыҙ үлемесле яраланып, Афғанстан сиге эргәһендә һәләк була. Рәфисте “Груз-200” менән килтереп, тыуған ауылында хөрмәт күрһәтеп ерләйҙәр.
Ғүмере үтә ҡыҫҡа була инде егеттең, әммә ауылдаштары, туғандары онотмайҙар уны. Бына быйыл да, совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыллығы айҡанлы хәтер кисәһе үткәрелде. Сараға хеҙмәттәштәре, класташтары, ауылдаштары, туғандары килде. Эштә, вахтала булғандар ҙа килә алһа, тағын да күберәк кеше йыйылған булыр ине. Кисә уҡыусы баларҙың сығышы менән башланып китте. Интернациональ бурысты үтәгәндә йә иҫән-һау ҡайтып та, төрлө сәбәптәр менән мәрхүм булған яугирҙәр хөрмәтенә бер минут тынлыҡ та иғлан ителде.
Наил Әхмәтйәнов, Сөнәғәт Ҡаһарманов, Рәфистең хеҙмәттәше Нәис Заһировтар матур, йөкмәткеле сығыштары менән иғтибарҙы йәлеп иттеләр. Яугирҙең ауылдашы Сәлимйән Мөхәмәҙиев, класташы Зилә Таипова яҡшы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Азамат Мөхәррәмов үҙе яҙған йырын йырлап ишеттерҙе.
Сараны ойошторған китапханасы Земфира Лоҡмановаға, клуб мөдире Айсель Джафароваға, бағыусы эшҡыуар Рәшит Ҡауыевҡа рәхмәттәр әйтеп таралышты сараға килеүселәр.
Мәҡәләне Мәүлит Кәримовтың шиғыры менән башланым, Белорет районынан шул уҡ авторҙың юлдары менән тамамлап та ҡуйғы килә:
Бик аяуһыҙ булды уҙған быуат -
Күпме улдар ауған замандар.
Яңы быуат әле - яңы тормош,
Ҡабатланмаҫ Чечня, Афғандар!
Мәңге иҫтә яуҙа ауғандар!
Нәҡип Әйүпов, Озерный ауылы