Ҡала хакимиәтенең ҙур залында Учалы районының Башҡорттары Ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Конференцияла 2019-2020 йылдарҙағы эшмәкәрлек буйынса йомғаҡлау отчеты һәм Учалы башҡорттары Ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Фәнил Нил улының йәшәү урынын алмаштырыуы сәбәпле, яңы һайлауҙар үтте.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, «Вся Уфа» телеканалының генераль продюсеры Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресс) Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, журналист, «Йома» телепрограммаһы авторы Морат Лоҡманов, Учалы районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхүтдинов, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Учалы башҡорттары Ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Фәнил Бүләков һәм башҡалар сығыш яһаны.
Баш һүҙ менән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Алик Ғәбделбарый улы сығыш яһаны.
2020 йылдарҙағы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының эшмәкәрлеге, 2021 йылға пландар тураһында Ғәлим Яҡупов һөйләп үтте. Шулай уҡ ул ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға Башҡортостан ауылдары тарихы тураһындағы һәм “Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” китаптарын тапшырҙы. Һуңғыһы - белешмә-китап -“Шайморатовсылар - Шайморатов вариҫтары” күләмле проекты сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең уртаҡ хеҙмәт емеше. Унда Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ынан саҡырылған яугирҙәрҙең биографияһы бирелә. Әйткәндәй, китаптың тиражы сикле.
Сығыш яһаусылар милли спорт төрҙәрен, ғаилә ҡиммәттәрен, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү кеүек темаларҙы күтәрҙе. Шулай уҡ эскелек, суррогат иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу кеүек проблемаларға ла ҙур иғтибар бирелде.
Республика "Айыҡ ауыл" конкурсы ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында ойошторолған да инде. Быйыл районыбыҙ исеменән Илсе ауылы ҡатнашыуы барыһына ла мәғлүм. 10 марттан «Айыҡ ауыл-2020» Республика конкурсының финал этабы башланды. Егерме көн дауамында республика халҡы асыҡ тауыш биреү ярҙамында төбәктең иң айыҡ биләмәһен һайлаясаҡ. Илсе эре ауылдар категорияһында ҡатнаша. Бында 1270 кеше йәшәй. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә аҙна һайын саралар уҙғарыла.
Учалы башҡорттары Ҡоролтайының урындағы башҡарма комитеты рәйесе Фәнил Бүләков йыл дауамында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
Учалы районында милли спорт төрҙәренең үҫеше хаҡында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рәмил Әхмәтйәнов бәйән итте. "Мәктәптәргә - көрәш" федераль проекты сиктәрендә Сәфәр һәм Рәсүл мәктәптәрендә милли спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн яңы ҡоролмалар ҡайтарылған. Проекттың төп маҡсаты - уҡыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү генә түгел, милли традицияларҙы ла һаҡлау. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү кеүек темаларҙы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Зилә Шәрәфетдинова күтәреп сыҡты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов та үҙ фекерен белдерҙе.
- Беренсенән, Фәнил Нил улына рәхмәтемде еткерәм. Ахмаҡтың күрер өсөн ахмаҡлығын, башы етә хатта ахмаҡтың. Аҡыллының күрер өсөн аҡылын, кәрәк икән күп көс һәм аҡылың, тиҙәр. Ысынлап та: «Һәй, бер нәмә лә эшләмәне ул», - тип әйтергә күп баш кәрәкмәй (барыһы тураһында ла шулай әйтергә күнегеп үк киттек хәҙер). Дөрөҫлөктә, ошо ҡатмарлы осорҙа, урындағы ҡоролтай тарафынан күп файҙалы эштәр башҡарылған. Былар хаҡында сығыш яһаусыларҙың телмәрендә әйтеп үтелде, Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла Учалы ҡоролтайы эшенә юғары баһа бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙың өйҙәге, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эше күҙгә салынып бармаған шикелле, ҡоролтайҙың да ваҡ, иғтибарға алынмаған эше бик күп. Ни өсөн ҡатмарлы осормо? Бер яҡтан, һарыҡ туны кейгән бүреләрҙең, йәғни, матди байлыҡҡа табынып, үҙ кеҫәләрен генә хәстәрләүсе ҡомһоҙ әҙәмдәрҙең, матур һүҙ артына ышыҡланып, буш вәғәҙәләр менән күҙебеҙҙе томалап, тәбиғәтебеҙҙе, еребеҙҙе таларға ҡанығыуы йышайҙы. Ә икенсе яҡтан - шул еребеҙҙе һаҡлайбыҙ тип, аҡты ҡаранан айырмай, һәр эшкә аяҡ сала башлауыбыҙ, әҙәп, төшөнсәһен онотоп, йөҙ йыртыуҙарға барып етеүебеҙ көсәйҙе. Ихтирам бөттө. Борондан килгән ошо хәҡиҡәтте лә онотмаҫҡа кәрәк - ғүмерең өҫтөнә ерең, тупрағың, быуындан-быуынға күсеп килгән ғәзиз атайсалың булһын. Ватаның менән бергә милләт итеп туплаусы әсә телебеҙ йәшәһен. Телебеҙ генә түгел, иманыбыҙҙы сағылдырыусы, был ерҙә йәшәүгә хоҡуҡ биреүсе күңел матурлығы-әҙәбебеҙ юғалмаһын. Киләсәгебеҙҙе хәстәрләүсе ғилемгә ынтылыш, хеҙмәт тәрбиәһе һүрелмәһен. Ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлап, ил ағаһы булырҙай шәхес, бөгөн үк батыр итеп күрһәткән ғәмәлдәр менән генә сикләнмәй, мауыҡмай, күңелһеҙ тойолған, оҙаҡ йылдарҙан һуң ғына татлы емешен бирә торған, әммә һис өҙлөкһөҙ алып барылырға тейешле бөйөк ғәмәлдәргә йүнәлеш тота. Фәнил Нил улы ла, минеңсә, ошондай талаптарға нигеҙләнеп эш итте. Әммә, беҙ үҙ-үҙебеҙҙән риза булып, бер-беребеҙгә маҡтау йырлап ҡына ла ултыра алмайбыҙ. Заман көн һайын яңы талаптар ҡуя, бөгөн хәл ителмәгән мәсьәләләр иртәгеһе көнгә унға тапҡырлана. Шуға күрә, аҡыл һәм әҙәпте лә, шул уҡ ваҡытта, тиҙлекте һәм тәүәккәллекте лә юғалтырға ярамай. Фәнил Нил улы Өфөгә күскәс тә Учалы менән бәйләнешен өҙмәҫ, элеккесә халҡыбыҙға, Учалы башҡорттарына хеҙмәт итер, ә яңы етәксе ҡоролтай эшенә яңы һулыш өрөр, яңы бер көс өҫтәр, тип өмөтләнәм һәм уға уңыштар теләйем. Ҡотлайым, тиһәм, дөрөҫ аңлашылмаҫҡа мөмкин, ҙур аҡса, йылы урын бирелгән һымаҡ тойолор. Ысынында иһә, ҡоролтайҙа эшләгән өсөн бер тин аҡса түләнмәй. Киреһенсә, үҙ малыңды сығарып, ҡәҙерле ваҡытыңды сарыф итеп халыҡ менән осрашыуҙарға йөрөргә, төп эшеңә лә зыян килтермәҫ өсөн ат урынына егелеп хеҙмәт итергә тура килә. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлағас, кем менәндер конфликтҡа инәһең, йыш ҡына дәүләт етәкселәре менән дә һүҙгә килешергә тура килә. Нисек кенә эшләмә, халыҡ та ҡыҙыу утҡа баҫтырып ҡына торасаҡ. Уның нәмәһен йәшерәһең, ышаныс юғалған бит инде, хәҙер кеше етәкселеккә шикләнеп ҡарай, йә киреһен генә күрә. Шуға күрә, донъяуи күҙлектән ҡарағанда, ҡоролтайҙа эшләүҙең ҡыҙыҡтырырлыҡ бер нәмәһе лә юҡ уның. Шәхси файҙа эҙләмәй, изге маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ынтылған, аҡылы эмоцияларҙан өҫтөн, рухы ҡоростай ныҡ булған кешеләр килергә тейеш ҡоролтайға, - тине Морат Нәжип улы.
Бынан ары Учалы районы башҡорттары ҡоролтайын район Советы депутаты, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мозафар Ҡадиров етәкләйәсәк.
-Мин Барын-Табын ырыуынан, Ҡарт Муйнаҡ ауылынанмын. Учалы районы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе итеп һайланыуыма шатмын. Артабан районыма һәм халҡыма файҙа килтерермен, тип ышанам. Күптәнге хыялым - бөтә башҡорт ырыуҙарының вәкилдәрен үҙебеҙҙә, Барын-Табын ерендә йыйынға туплау, - тип белдерҙе Учалы башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе. Мозафар Харис улына уңыштар теләйбеҙ!
Һуңынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетының делагацияһы «Европа-Азия. Офоҡтарҙы киңәйтеп» V төбәк-ара фәни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Уҡыусыларҙың эҙләнеү эштәрен ҡеүәтләгән ғилми конференцияның бер өлөшө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән уҙғарылған Башҡорт тарихы йылына арналды.