Яйыҡ
+10 °С
Ясно
Новости
17 Марта 2021, 10:50

Байрам күңелле үтте

Ахун ауылы биләмәһенә ҡараған Ҡыйҙыш ауылында ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы үтте. Клуб алдына бар ауыл халҡы - олоһо ла, йәше лә йыйылды.

Ахун ауылы биләмәһенә ҡараған Ҡыйҙыш ауылында ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу байрамы үтте. Клуб алдына бар ауыл халҡы - олоһо ла, йәше лә йыйылды. Улар өсөн төрлө уйындар ойошторолдо. Үүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, күңелле эстафеталарҙа ҡатнаштылар. Самауыр ҡайнатып, тәмлексәтәр, ҡоймаҡ менән һыйланып сәй эстеләр. Балаларға айырыуса атта йөрөү оҡшаны, уларҙың шат тауышы әллә ҡайҙарға уҡ ишетелеп торҙо. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын яндырыу булды.
Читайте нас