Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Новости
17 Марта 2021, 03:13

Был донъяла ниҙәр бар?

Колумнистика

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Генераль прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2020 йыл иң күп ришүәтселек осраҡтары Мәскәү, Татарстан һәм Ставрополь крайында асыҡлана. “Призерҙарҙан” ҡала Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан киләләр. Коррупция һаҙлығына баттыҡ, тип яр һалыу бигүк дөрөҫ тә булмаҫ – ҡайҙа нығыраҡ көрәшәләр, шунда күберәк тоталар ҙа инде! Рәсәйҙә былтыр ришүәтселек иң аҙ фашланған Магадан өлкәһендә хәлдәр ал да гөл тип уйламайбыҙ. Генераль прокуратураның коорупцияға ҡаршы тороу ҡануниәте үтәлешенә күҙәтеү идаралығы начальнигы Виктор Балдин әйтеүенсә, былтыр тотолған коррупционерҙарҙың сама менән яртыһы штраф менән ҡотола, өстән бер өлөшө – шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителә. Ваҡ ришүәт менән күберәген полицейҙар, педагогтар тотола икән, ФСИН (хөкөм үтәтеү хеҙмәте) кешеләре лә ришүәткә әүрәт, төрмәләргә тыйылған әйберҙәр ташыуы ла йыш асыҡланған, ти.
Американың аҡсаһы күп, АҠШ президенты Джо Байден илдәренең иҡтисадына 1,9 триллион доллар күләмендә булышлыҡ буйынса документтар пакетына ҡул ҡуйҙы. Ғәйәт ҙур суммалар коронавирус менән көрәшкә, вакцинацияға, бәләкәй бизнесҡа ярҙамға, социаль түләүҙәргә йүнәлтелә. Аңлашыла, иң һимеҙ ҡальяларҙы олигархтар һоғонасаҡ. Шулай ҙа, ябай халыҡҡа аҡмаһа ла, тамып ҡалырҙыр: CNN телеканалы журналистары самалауынса, 90 процент АҠШ ғаиләләренә 1,4 мең доллар күләмендә түләү башҡарыласаҡ – беҙҙең аҡсаға 103 141 һум 50 тин.
Камчатка крайының Алеут районында 94 йәшендә Вера Тимошенко баҡыйлыҡҡа күсте. Төньяҡтың ерле аҙ һанлы халыҡтары союзында әйтеүҙәренсә, Вера Терентьевна – алеут телендә һөйләшкән Рәсәйҙәге һуңғы кеше. Америкала ҡалыуын ҡалғандар, әммә унда ла күп түгелдәр. Башҡорт теленә был көндәрҙе кисерергә тура килмәһен инде! Тел бөтөү – милләт бөтөүгә бәрәбәр. Милләт төшөнсәһенең төрлө билдәләмәләре күп хәҙер, әммә барыһында ла тиерлек халыҡты айырым халыҡ иткән “өс таған” һыҙыҡ өҫтөнә алына: атайсал (ата-бабалар бергә йәшәгән ер), уртаҡ мәһәниәт һәм милли тел.
Ниҡап һәм пәрәнжә беҙҙең яҡта йүнләп таныш та түгел кейем-һалым, беҙҙә кеше араһында булғанда башына яулыҡ ябынһа, хаҡ мосолман ҡатыны өсөн шул да етә. Беҙҙең фекергә пәрнжә диндән дә алда, ҡоро һәм эҫе яҡтарға хас милли кейем. Нисек кенә булмаһын, Швейцарияла йәмәғәт урындарында (урамда, дәүләт учреждениеларында, ресторан-магазиндарҙа, транспортта) йөҙҙө һәм һынды тулыһынса ҡаплаған кейем кейеп йөрөү тыйылды. Был тыйыуҙы ғәмәлгә ашырыр алдынан ил буйынса референдум үткәрелә, 51,2 процент граждандар был тәҡдимде хуплаған. Һәр кем үҙ өйөндә үҙе хужа инде, шулай ҙа аптырата – Европа илдәрендә урамда шәрә көйөнсә лә йөрйҙәр, бер кемдең иҫе китмәй, ә бына инсафлылыҡ һәм тынаҡлылыҡ тынғы бирмәй! 2018 йыл Берләшкән милләттәр ойошмаһының кеше хоҡуҡтары буйынса комитеты сығышына ла (пәрәнжәне тыйыу – мосломан ҡатындарҙың хоҡуҡтарын сикләү) төкөрөп тә бирмәнеләр.
Әшәке һүҙҙәр бер ауыҙға алына икән, йәһәт насар ғәҙәткә әйләнеп, кеше үҙе һис уйламағанда ла һүгенә башлаясаҡ. Ҡырым республикаһы хөкүмәте селектр аша кәңәшмә үткәргән була. Республиканың мәҙәниәт министры (!) Арина Новосельская (ҡатын кеше!) видеобәйләнеш киреләнә башлағас, бер кем дә ишетмәйҙер тип яңылыш уйлап, үтә хәшәрәт итеп һүгенгән, тип хәбәр ителде. Хөкүмәт ағзалары үҙҙәре генә ишетһә, үҙ-ара берәй нисек аңлашырҙар ине, дүрт аяҡлы ат та абына, шундуҡ ғәфү үтенде бит. Тик ултырыштан “Крым 24” каналы аша тура телетрансляция алып барылған була шул. Һүгенеүҙе бик күп кеше ишетеп ерәнә, шуға ла республика башлыҡы Сергей Аксеновтың бойороғо менән бортаҡ һүҙле мәҙәниәт министры ҡылығына хеҙмәт тикшереүе үткәрелә.
Үҫмерҙәр күп саҡта, беҙ – әле балалар, ни ҡылһаҡ та, бер ни булмаҫ, тип яңылышалар. Якутск ҡалаһынан 16 йәшлек ҡыҙға бер түгел, өс енәйәт эштәре ҡуҙғатылды. РФ Енәйәт кодексының 163-сө статьяһы буйынса – ҡурҡытып, янап аҡса талап итеүҙә (вымогательство) ғәйепләнә. Баҡһаң, Бәйләнештә социаль селтәрендә икенсе балаларҙың фотоларын ҡуйып мәсхәрәләп яҙа һәм хәбәрнамәләрҙе сәхифәһенән алып ташлау өсөн 500-әр һум аҡса талап итә.
Әгәр ҙә Өфө дәүләт техник авиация университеты менән Башҡорт дәүләт университетын берләштереү ниәте тормошҡа ашһа, уҡыу йортоноң исеме Башҡорт фән һәм технологиялар университеты булыуы мөмкин, тип иҫәпләй БР башлығы администрацияһы етәксеһе Александар Сидякин. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙҙы һәм өҫтәп тә ҡуйҙылар – рефома кәмендә ике йыл дауам итәсәк.
Март айында Өфө кешеһе 600 һумға лотерея билеттары ала ла, 4 899 083 һум отто , тип хәбәр ителде. Әллә ысын, әллә ябай реклама алымы, теүәл генә аныҡлап ҡына ла булмай. Шуға артыҡ ышанып китергә лә кәрәкмәҫ, лотереяның исемен дә күрһәтеп тормайбыҙ.
Читайте нас