Яйыҡ
+12 °С
Ясно
Новости
17 Марта 2021, 09:25

Ҡоймаҡ байрамы

Ҡоймаҡ яратмаған кеше юҡтыр, моғайын. Илселәр ҙә ҡоймаҡты бик ярата икән. Уҙған аҙнала Илсе мәҙәниәт йортонда "Ҡоймаҡ байрамы" ойошторғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡоймаҡ яратмаған кеше юҡтыр, моғайын. Илселәр ҙә ҡоймаҡты бик ярата икән. Уҙған аҙнала Илсе мәҙәниәт йортонда "Ҡоймаҡ байрамы" ойошторғандар. Ауыл уңғанбикәләре ҡойма бешереп килтереп күргәҙмәгә ҡуйҙылар. "Иң оригиналь ҡоймаҡ" конкурсы ла ойошторолдо. Бакиевтарҙың, Ямалетдиновтарҙың, Ҡотлоғужиндарҙың ғаиләләре бешергән ҡоймаҡтар иң үҙенсәлеклеһе булып сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡоймаҡ тураһында шиғырҙар һөйләп ишеттерһә, Кәлимуллина Айлина "Оладушки" йыры менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Ололһо ла, кесеһе лә төрлө уйындар ҙа ҡатнаштылар. Сара аҙағында күмәкләшеп ҡоймаҡ, тәм-том менән өҫтәл артында сәй эстеләр.
Читайте нас