Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
18 Марта 2021, 09:50

Һыйыр урлағандар

Машинанаға тағылған арбаны асып ҡараһалар, һыйыр ятҡанын күрәләр....

Был хәл Дүртөйлө районында була. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төнгө дежур ваҡытында Дүртөйлө – Көшөл трассаһында ике "Нива" машинаһын туҡтата. Бик шикле булып күренә автомобилдәр һәм уның эсендәге кешеләр. Һәм, әлбиттә, шикләнеүҙәре юҡҡа булмай, юл хеҙмәткәрҙәре машинаның артына тағылған арбаны асып ҡараһалар, башы-тояғы ныҡлап бәйләнгән һыйырҙың ятҡанын күрәләр. Һуңынан асыҡланыуынса ирҙәр был һыйырҙы урындағы фермерҙың хужалығынан урлап алып сыҡҡандар. Хайуанҡайҙы һатып аҡса эшәлргә уйлағандар. Бындай ҡырын эш менән тәүгә шөғөлләнмәйҙәр икән, быға тиклем дә бер һыйырҙы һуйып һатҡандар. Был әҙәмдәргә ҡарата енәйәт эше асылған, язаһын алырҙар, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас