Автор: Минзәлә Шөғәйепова
“Беләктәге көстө маҡтайым да, Йөрәктәге көскә табынам”
Ҡыштың һыуыҡ ғинуар көндәренең береһе. Яҡын-ара йомошҡа сығып инәһе лә килмәй. Китап уҡып, серем итеп, өйҙәгеләр менән генә аралашып, һис юғында әхирәт-дуҫтар менән телефон аша ғына һөйләшеүҙән йәм табып йәшәп ятҡан көндәрҙең береһендә телефон шылтыраны. Өфөнән Гөлдәр Сабит ҡыҙы икән. Хәл-әхүәл һорашып бөтөр-бөтмәҫтән һорай ҡуйҙы:
- Минзәлә, Абдулла ағай әле ҡайҙа икән?
Ҡапыл йөрәк “жыу” итеп ҡалды, күңелгә килгән тәүге уй: “ Ағайыбыҙға бер-бер хәл булдымы икән? Оло бит инде....”.
-Әле бына Ҡобағошта уның йорто алдында торам. Ҡапҡаһы бикле. Ингән-сыҡҡан кеше эҙе юҡ, көрт баҫҡан.... Ағайыбыҙҙы һағынып, үҙен күрәһәм, моңон ишетәһем килеп китте лә, оҙаҡ уйлап тормай йәһәт кенә йыйындым да, Учалыға юл тоттом, - тигәс кенә барыһы ла аңлашылды.
Беҙҙең Гөлдәр һаман шул элекке Гөлдәребеҙ икән. Ғүмер буйы йән саҡырыуына эйәреп, күңел тойғоларына таянып, матурлыҡҡа, ихласлыҡҡа табынып йәшәй ул.
-Күршелә генә йырсы Ларисаның әсәләре йәшәй, Абдулла ағайҙың ҡайҙалығын белә торғандар. Мотлаҡ шунда ғына инегеҙсе, - тим. Үҙемә оят та булып китте: ҡул һуҙымы, 70 саҡрым ерҙә йәшәп, байтаҡтан Абдулла ағайыбыҙҙың хәлен дә белешмәгәнмен икән. Нисәлер минуттан яңынан шылтыратам. Гөлдәрҙең тауышы ҡыуаныслы:
-Бына әле генә Абдулла ағайҙы ҡосаҡлап торам. Ҡаҙаҡҡолда, ҡатыны Гүзәлдең өйөндә йәшәп яталар. Ярар, аҙағыраҡ һөйләшербеҙ, әлегә хуш!
Бына ошо бер бәләкәй генә һүрәтләмә аша ла Гөлдәр Сабит ҡыҙының эскерһеҙ булмышын, матур асылын, ижадташ дуҫтарына ихтирам һәм хөрмәтен төҫмөрләргә була торғандыр. Уның тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында эстәлекле итеп Гөлфиә Иҙелбаева, Айҙар Хөсәйенов, Сафуан Әлибаев кеүек байтаҡ күренекле яҙыусылар китаптарында һәм матбуғат баҫмаларында яҙып сыҡты. Мин үҙем шәхсән талантлы әҙибә Таңсулпан Ғарипованың яҙғандарын уҡып сыҡҡас шаңҡып ҡалдым һәм шуны аңланым: Гөлдәребеҙ беҙ белгәндән дә күпкә тәрәнерәк, күпкә емешлерәк, батырыраҡ һәм етдирәк икән! Әсәйгә ҡысҡырып уҡый торғас, туҡтап күҙ йәштәрен һөртөп илашып та алдыҡ. Яҙмыш уны тыуа-тыуғандан, биләүҙә сағынан күпме һынаған, хатта аяныслы башлана ғүмер йомғағы.
Ике ҡыҙы булған Сабит ағай өсөнсөгә йөклө ҡатынынан малай көтә, әммә Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менән йәнә ҡыҙ бала донъяға килгәс, ғаиләлә аңлашылмаусылыҡтар көсәйә. Күпмелер ваҡыттан ҡыҙыу холоҡло атаһы үҙ хатаһын аңлай, ғаилә яңынан берегә. Ә шулай ҙа сибек кенә ҡыҙыҡайға бәпкә көткән мәленән алып тормошонда пәйҙә булған барлыҡ һикәлтәләрҙе үҙ көсө менән ашаҡларға һәм еңеп сығырға өйрәнергә тура килә. Тормош һабаҡтары уны сыныҡтыра, быуындарын нығыта, көслө шәхес итеп тәрбиәләй. Был иң мөһиме! Шуға ла уның үҙ яҙмышына һис кенә лә үпкә-үкенестәре юҡ. Көслө рухлы, ҡатынҡы булһа ла, күңеле менән яҡты, нескә, моңло ул. Төшөнкөлөккә бирелеп ултырырға бала саҡтан теләге лә, ваҡыты ла юҡ уның. Бала саҡ тигәндәй....йәнә бер ваҡиға иҫкә төштө. Беҙҙең танауҙар яңы еҫ тойоп, киске уйындарға йөрөгән ағай-апайҙарҙың бәхетенә ҡыҙығып, бер аҙ эсебеҙ бошоп йөрөгән саҡ ине. Клубта шәмбе һайын “танцы” уҙғарыла, әммә беҙҙе унда индермәйҙәр. Клуб мөдире Камил ағай Рамаҙанов йыуаш ҡына булһа ла, мәктәп директоры Даһи абыйыбыҙҙың талабы ҡаты – беҙгә әле иртәрәк ундай урындарға йөрөгә! Киске уйындарға ғына түгел, Сибай, Өфө артистары килһә лә, клубтың артҡы яғына йыйылып, тәҙрә аша үрелеп алмаш-тилмәш ҡараған булабыҙ ҙа, бер-беребеҙгә күргән-ишеткәнде еткерәбеҙ. Иии, заманалар – хәҙер бит ундай тамашаларға бала-сағаны ҡыуып та алып барып булмай! Беҙҙең бәхеткәлер инде, берҙе клубтың иҙәнен буяған булалар ҙа, кибеп бөтмәгәс, Яйыҡ буйында уйын үтәсәк, тигән хәбәр таралды. Эркелешеп шунда йөрөйбөҙ. Камил ағай баяны менән күренмәй, уның ҡарауы, сибек кенә бер оҙонса ҡыҙыҡай гармунда уйнап бейетә. Бына ҡайҙа ул тамаша: үҙе ҡыҙ кеше, үҙе гармунын арҡаһына аҫып, “тимер атын” эйәрләп килеп еткән! Бындай хәлде тәүләп күреүем.
Танғаса йылға буйында бейешеп, усаҡ яғып, үҙебеҙҙе үтә бәхетле тойоп таралышҡайныҡ ул саҡ. Байтаҡ йылдар үткәс кенә ул гармунсы ҡыҙҙың Гөлдәр Сабит ҡыҙы икәнлеген белдем. Район Советы етәксеһенең йәнә бер аҫыл урынбаҫары Нурат Вәис ҡыҙы менән мәҙәниәт бүлеге мөдире башҡарған эштәр бихисап күп булды.
Ауыл клубтарының усағында ут терелеп, бер-бер артлы матур саралар, конкурс, фестивалдәр ойошторолһонмо, бейеү-йыр түңәрәктәре менән йәнәш халыҡ театрҙары, фольклор коллективтары булдырылһынмы... Һанап бөтөрөрлөк түгел. Талантлы учалылар ауыл, район кимәлендә генә түгел, республика, хатта Мәскәү, сит өлкәләргә лә сәфәр сыға башланы. Сағыу милли кейемдәр, музыка ҡоралдары менән йәнәштән төрлө йыһаз-ҡорамалдар, хатта транспорт та һатып алынды. Әле һанап ултырыуы ғына анһат: һәр бер сара, һәр тамаша ойоштороу өсөн күпме көс сарыф ителә, етәкселек һәләте һәм ныҡышмалылыҡ та талап ителә.
Көндәлек саралар уҙғарыу ғына аҙ, киләсәкте алдан күҙаллап матди базаны нығытыу, кадрҙар мәктәбе булдырыу өсөн теләк менән хыял ғына аҙ. Үҙеңдән өҫтәге етәкселәрҙе лә үҙ идеяң менән ҡанатландыра алыу, ә һуңынан уларҙың ризалығын алғас икәс ышанысты аҡлар өсөн оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп ул башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға күпме көс, ваҡыт һәм егәрлелек кәрәк әле. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шәхси һәм ғаилә мәнфәғәттәрен ситкәрәк ҡуйып, ниндәйҙер дәрәжәлә фанат булыу ҙа зарурҙыр ул. Ошо хаҡта яҙғас, бер булған хәл дә иҫкә төштө әле.
Ураҙға ҡыш көндәренең береһендә Учалынан һәүәҫкәр артистар килеп төштө. Сара бик матур уҙғас, ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, өйҙәргә таралыштыҡ. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә өй телефонына шылтыратып клуб мөдиренең йәшәгән йортон күрһәтеүҙе үтенделәр һәм клубты тиҙерәк астыртырға ине тип ҡабаландырҙылар. Үҙҙәре бик борсоулы. Әлегә был хәлдең һис сәбәбен аңламаған клуб мөдире клубты асыуға ҡатындар костюмдар һаҡлаған бүлмәнән бер ни белмәй биләүҙә йоҡлаған бәпесте күтәреп сыҡҡас, беҙҙең иҫтәр китте. Баҡтиһәң бәпесте онотоп ҡайтып киткәндәр. Учалыға еткәс кенә иҫтәренә төшөп кире боролалар. Иларһың да, көлөрһөң дә: сабый шифоньер башында ятып ҡалған. Әле лә иҫләп көлөшөп алабыҙ үҙ-ара. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең ғаиләләре быныаңларҙар, моғайын, һәм килешерҙәр: әле лә бүтәндәр тыныс ҡына ғаиләһе менән байрамдарҙа табында ултырғанда тап улар өсөн эш башлана ғы-на.
Гөлдәр Сабит ҡыҙы үҙенең бөтә хеҙәмт йылдарын да мәҙәниәткә бағышлаған, арна-ған кеше. Эше менән бергә ғаиләһен дә ҡурсалаған, ҡәйнәһенә лә ихтирам һәм тәр-биә күрһәтергә өлгәшәлгән иҫ китмәле тоғро ҡатынға Хоҙай Тәғәләнең мәрхәмәте, яҡлауы насип булып киләсәктә лә бәхетле, һау-сәләмәт ғүмер кисерергә яҙһын тип теләйем. Әле яҙ айы,тәбиғәттең ҡайтанан уянған мәле. Гөлдәребеҙ ҙә - тәбиғәт бала-һы. Иртә яҙҙан тәбиғәт ҡосағына ашҡына ул. Бына әле уйлап ҡуйҙым: Ҡарға бутҡа-һы, “Кәкүк сәйе” тип студенттарын йыйып алып, иртә яҙҙан ҡышҡы һалҡындарға тиклем тағы кем “Ҡаҙ өмәһен”, “Һуғым” байрамдарын уҙғара икән? Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтеүселәр ҙә, эйе, булыр, беләм. Ә шулай ҙа тере аралашыу, тәби-ғәттә ялан тәпәй йөрөп, шишмә һыуынан усаҡта сәй, ҡарҙа билмән бешереп ашап аралашыуҙарға ни етә?! Әлеге көндә интернет селтәре аша уҙғарылған төрлө флеш-мобтар күбәйҙе. Улары лә кәрәктер, һүҙем юҡ. Әммә Ирәмәлгә, Әүәләк ҡаяһына, Яйыҡ менән Ағиҙел башланған Уралға ҡуна сығып, төйәгебеҙ тарихы менән таны-шыу, күренекле сәнғәт һәм мәҙәниәт алиһәләре, талантлы яҡташтар менән таныш-тырыу һәр буласаҡ клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙе бер тәрбиә мәктәбе икәнен аңлап эш иткән ул Гөлдәр Сабит ҡыҙы. Урал төбәгендәге генә түгел, ә тотош республика һәм күрше Ҡоншаҡ, Арғаяш, Үрге Урал райондары өсөн күпме кадрҙар тәрбиәләнгән. Учалының музыка училищеһының башҡорт бүлеген етәкләргә, саҡырғастарың ул ҡуш ҡуллап ризалаша. Бөгөнгө көндә күпме студенттары үҙҙәре мәҙәниәт өлкәһенең төрлө тармаҡтарында етәксе булып эшләй. Улар менән бәйләнеште әле лә өҙмәй ул: уңыштарына ҡыуана, хаталарға көйәләнә, хәленән килгәнсә кәңәш бирә, арҡа терәй.
Әйткәндәй, ул әҙергә - бәҙер булып ҡына, булғанына шөкөр тип кенә эшләй ҙә, йә-шәй ҙә алмай. Партия заманында төҙөлгән күп мәҙәниәт усаҡтары бик күркәм һәм бай матди базалы булды тип тә әйтеп булмай ине. Халыҡ китап уҡырға яратһа ла, ки-тапханаларҙың торошо ла бер сама ине. Шулай, Гөлдәрҙең ҡулына, бер ҡалын ғына папка килеп эләгә: Яңы Учалы үҙәк китапханаһын төҙөү маҡсатында эшләтеп алынған проект икән. Яйлап ҡарап сыҡҡас, шуға инана: мотлаҡ быны төҙөтөүҙө хәс-тәрләр кәрәк. Учалының күпмеяҙыусы-шағирҙары була тороп ташландыҡ алама би-нала көн күреү килешкән эшме? Аҡса юҡлыҡҡа һылтанып ҡараһалар ҙа, тәүҙә ҡала партия комитетында, аҙаҡ Өфөлә лә яҡлау таба ла эшкә тотоналар. Ике ҡатлы, зауыҡ менән төҙөлгән китаптар батшалығы ла тынғыһыҙ Гөлдәребеҙҙең бер эш емеше икә-нен, хәҙер, бәлки, бөтәһе лә иҫләмәйҙер ҙә. Хәйер, ул эшләгән эштәр, төҙөгән, бул-дырған әйберҙәрҙе һанап тороуҙың кәрәклеге лә юҡтыр. Иң мөһиме: тыуған төйәгенә ҡайтҡан һайын йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел хәҙер. Һәр ауыл һайын тиерлек бихисап таныштары, яҡын кешеләре бар. Ә күпме хәтирәләр һаҡлай үҙе лә! Вәкил ағай Ғәтиәтуллин менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп әле лә күңелдәрҙе балҡытып алабыҙ. Береһе менән уртаҡлашһам, моғайын, яҙыҡ булмаҫтыр. Гөлдәр Сабитовна Башҡортостандан бер төркөм халыҡ таланттарын Францияға ебәрергә өлгәште. Күр-ше Белореттарҙың сығышын Абдулла һәм Вәкил ағайҙар менән көсәйтергә ҡарар бул-ды. Париж сәхнәһендә сығыш яһау бәхете кемгә эләгә әле?! Вәкил ағай үҙ сығышын нисә йылдар дауамында инде шымартып бөтөрһә лә, ҡунаҡханала үҙ-үҙенә репетиция ойошторорға була. Эт, бесәй, мотоцикл, тағы әллә нәмәләрҙең тауышын имитация менән сығара башлауға бүлмәгә шаҡыйҙар. Тел белмәгәс, ике француз бүлмәлә пыр туҙҙырып карауат аҫтынан, шкафтарҙан нәмәлер эҙләй башлай. Апты-рауҙарынан кире сығалар, Вәкил ағай йәнә репетиция башлай. Был юлы поли-ция менән бүлмәгә инеп, йәнә нәмәлер эҙләйҙәр. Ике яҡ та бер-береһен аңламай. Вәкил ағай оҙаҡ уйлап тормай йәнә репетицияһын башлағас ҡына француздар эштең айышына төшөнөп, көлөп хәлдәре бөтә.
Силәбенән төндә генә ҡайтып килгәндә “Ләйсән” ансамбленең автобус йөрөтөү-сеһенең дә йөрәген сығара ағайыбыҙ. Уяу ултыра, башҡалар йоҡлай. Ҡыҙыҡ итергә була: двигателдең боҙоҡ тауышын сығарыуға шофер туҡтата автобусты һәм капотын асып ҡарай, хәүеф күрмәй, яңынан ҡуҙғала. Бер ни ваҡыттан йәнә двигатель алама тауыш сығарып эшләй башлай. Ҡото осҡан водитель башҡаса ҡуҙғалыуҙан баш тарта, бейеүселәр уяна, халыҡтың кәйефе төшә. Эш нәмәлә икәнде аңлағас ҡына юл дауам иттерелә.
Ололар менән юлға сығыу уларға ла яуаплылыҡ. Быны Гөлдәр Сабит ҡыҙы үҙ елкә-һендә күп тапҡырҙар татый. Фольклор ансамбленең һәр ағзаһын берәмләп само-летҡа үҙ урындарына ултыртып бөткәс, һауаға күтәрелеүҙе көтөп ултырған бер мәлдә ниндәйҙер тауыш ҡуба.
- Тыңлайым, стюардессалар кемделер индермәйҙәр, - тип иҫләй етәксе. - Бер саҡ башҡортса ла һүҙҙәр ишетелә башланы. Тороп сыҡһам - бер әбейемде күрәм. Талья-нын онотоп ҡалдырған да шуның артынан шым ғына һыпыртҡан икән. Бына ошон-дай хәлдәр нығыраҡ хәтерҙә ҡала икән ул, - тип йылмайҙы ул.
Мин шуға иғтибар иттем: Гөлдәр Сабитовна үҙе тураһында түгел, күберәген үҙенең дуҫтары, ижадташтары хаҡында һөйләргә ярата. Бына әле лә уның юбилейы уңайы-нан яҙырға ынтылған әйберем дә күбеһенсә уның үҙе тураһында килеп сыҡманы, бу-ғай. Уның аралашҡан даирәһе ниндәй генә киң булмаһын, әле лә иң ябай ижад-таштары тураһында күберәк һөйләй, иҫләй, тереләре менән яҡындан аралаша.
Минең бер шиғри юлдарым бар:
“Ҡояш эшеме ни ул кәләп һалыу?!
Нурын һибер! Мәңге һайымаҫ.
Кендегендә Йыһан әйләнһә лә
Асылына тоғро. Маһаймаҫ!”
Күптәр Гөлдәребеҙҙе лә фиғеле менән ҡояш ише дуҫтарының береһе тип иҫәпләй. Үҙенең ихласлығы, күңеленең яҡтылығы менән, ысынлап та, Мәҙәниәт йыһанын яҡтыртыусыларҙың береһе ул яҡташыбыҙ, Илтабан ауылы ҡыҙы Гөлдәр. Исеме генә түгел, есеме лә күплектә бит шуға.