Ҡапыл ғына күңеле болоҡһоно Йəмилəнең. Балалар йорто тəҙрəһенəн алыҫҡа бағып, моңһоуланып ҡарап торҙо ла, кеҫəһенəн инəһе яҙған яуапты алып, күҙе йəшлəнеп уҡырға тотондо. Əүəлерəк: “Бында башҡаса түҙер əмəлем ҡалманы, ныҡ йəберлəйҙəр, ауылыма ҡайтайым, инəкəйем”, – тип хат ебəргəйне. Мəгəр инəһе уның бəлəкəй туғандарының хəлен аңларға, сабыр булырға, түҙергə өгөтлəй: “...Балаҡайым, бəғеркəйем, иҙəн йыуыусы булып ҡына эшлəп, аҙ ғына эш хаҡына нисек итеп кенə бөтəгеҙҙең дə тамағын туйҙырайым да, нисек итеп кенə өҫ-башын бөтəйтəйем. Аңлайым, ситтə, ете ят араһында ауырҙыр, ҡағаларҙыр, һуғаларҙыр. Əҙəм яман шул хəҙер. Əммə балалар йортонда һине түлəүһеҙ ашаталар, кейендерəлəр. Мəктəпте тамамлағас, берəй училище-маҙарға инерһең, стипендия алып уҡырһың. Тағы ла бер йыл түҙ инде, балам, зинһар өсөн, түҙ! Инде нисə йыл түҙҙең...” Шул саҡ йөрəген ҡалтыратып, өлкəн тəрбиəсе Сирбай Ҡарағоловтоң ҡотһоҙ тауышы яңғыраны: – Нимəгə ҡарап ҡаттың таш һын һымаҡ? Эш бөткəнме əллə? Бөгөн малайҙар менəн бергə һин дə урман хужалығына бараһың, Йəнгилдина. Мотлаҡ! – Бара алмайым. Төштəн һуң яуаплы дежур ярҙамсыһымын. Йүнле эш кейемдəрем дə юҡ. – Шулай аҡланмаҡсы итте ҡыҙ. Был кешене ене менəн бер күреп, уға йыш ҡына ҡаршы өндəшə ине ул. – Алдашаһың! – Ҡарағолов Йəмилəнең белəгенəн ҡымтып тотоп, йəшəгəн бүлмəһенə алып инде. Кейем шкафын асып, əйберҙəрен берəм-берəм иҙəнгə быраҡтырҙы. Улар араһынан туҙған, ямалған иҫке трико, тишек-ярыҡ итек килеп сыҡты. – Бына былар эш кейеме түгелме ни һиңə? Түгелме ни? Һеҙгə ҡупшы эш кейеме алып бирергə хөкүмəттең Əндрəй ҡаҙнаһы юҡ. – Ни эшлəп булмаһын? Йəй буйы ең һыҙғанып, тиргə батып эшлəйбеҙ. Шул аҡсаға ниңə яңы кейем алып бирмəйһегеҙ? Итегемə һыу үтə. – Күпте күрһəң, күп һөйлəһəң, елкəңə алырһың, ҡыуылырһың. Күҙ-ҡашыңды буяп, алаҡанларға белəһең, ə эшкə тигəндə – елкəң йоҡа. Хəҙер үк умывальникка барып йыуын да эшкə һыпырт, күҙ көйөгө булып йөрөмə! Йəмилə ҡымшанмай ҙа торҙо. – Кемгə əйтəлəр, йыу һөрмəңде! – Юҡ, йыумайым... – Иш-шеү ҡаршылашып маташаһыңмы, бисура. Өлкəн тəрбиəсе Йəмилəнең сəсенəн элəктереп, йыуыныу бүлмəһенə əйҙəне һəм ярһыу менəн эскə этте. Ҡыҙыҡай “аһ” итеп йыуынғысҡа барып бəрелде. – Йыу күҙ-ҡашыңды! Башҡаса улайтып буяйһы булма!.. – Йыуырғамы-юҡмы икəнен үҙем белəм. Һеҙҙең ҡыҙ кешенең биҙəнеү-төҙəнеүендə ни ҡыҫылышығыҙ бар? Миңə инде ун ете йəш. – Башыңды төймəҫ борон йыу! – Теймəгеҙ миңə, ҡағылмағыҙ миңə, – тип үрһəлəнде Йəмилə ҡулдарын һелтəй-һелтəй. Əммə ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле Ҡарағолов: – Йыу тим мин һиңə, йыу! – тип ҡыҙҙы сəсенəн тотоп елтерəтте һəм тағы төртөп ебəрҙе. Ҡыҙ был юлы тағы ла ҡатыраҡ һуғылып, танауы субырлап ҡанай башланы. Йəмилəнең йəнен əйтеп аңлата алмаҫлыҡ асыу-нəфрəт солғаны һəм үҙе лə һиҙмəҫтəн “Ҡəбəхəт!” тип, ҡанлы ҡулы менəн тəрбиəсенең битенə сəпəне. – Эттəн тыуған нəҫтə! Əле һин тəрбиəсеңə ҡул күтəрəһеңме? Күҙҙəре аларған Ҡарағолов тос йоҙроғо менəн ҡыҙыҡайҙың күҙ төбөнə тондорҙо. Йəмилə иһə йəн əсеһе менəн: “Үлтерə!” – тип ҡысҡырҙы. Əммə Ҡарағолов ни эшлəгəнен белмəй, уның башын стенаға төкөтөп-төкөтөп, таш иҙəнгə йыға һуҡты. Илереү хəлендəге тəрбиəсе ҡыҙҙың ҡулбашына, эсенə тибеп, һүгенəһүгенə сығып китте. Йəмилə ауыр ыңғырашып ятып ҡалды....Йəмилəне ун өс йəшендə балалар йортона оҙаттылар. Инəһенə яңғыҙы дүрт баланы бағыу ауыр ине. Атаһы Чернобыль фажиғəһен баҫыуға саҡырылып, шунда йөрөп, бик ҡаты ағыуланып, үлеп ҡалды. Туғандарынан, өйөнəн айырылып китеү бик яманһыу булды йөрəгенə. Балалар йортондағы йəшəйеш, көнитмеш, тəрбиəселəрҙең юҡ-бар өсөн дə битəрлəүе яманһыулыҡты тағы ла арттыра ине. Һис кенə лə ҡыҙғанмайҙар, йəллəмəйҙəр. Ун, ун бер йəшлек балаларҙы йəйəү йөрөтөп, утыҙ-утыҙ биш градус эҫелə көн оҙоно сөгөлдөр утаталар. Ауыл халҡы, ауыр һулап, “бахырҡайҙар” тип, йəллəп ҡарап ҡала. Эштəн əҙəм балаһы үлмəй, əлбиттə. Кəмһетеүҙəре генə яман. Бигерəк тə инəйҙəрен ҡыҫтырып тиргəүҙəре, тиңдəштəренең хаттарын асып уҡып, рəнйетеүҙəре йөрəктəрен өтə. Бəлəкəстəр шым булһа, иҫ-һуш кергəндəр ҡаршы һөйлəшə: – Беҙ былай ҙа етем. Йəберлəмəгеҙ, ҡул күтəрмəгеҙ... – Һеҙҙе бында беҙ көслəп килтермəгəн. Килгəнһегеҙ икəн, ни əйтһəлəр, шуны үтəгеҙ! – Шулай екерəлəр. Ҡайһы бер тəрбиəселəр, йəндəре сыға яҙып, йыш ҡына: – Хайуан!.. – тип аҡыра. Сирбай Ҡарағолов иһə туҡтауһыҙ “уйнаштан тыуған”дан һалдыра. Бындай йəбергə сыҙамайынса, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Земфира тап Сирбайса ысҡындырҙы: – Үҙең уйнаштан тыуған... Ҡарағолов, зəһəрен сəсеп, Земфираны тибеп осорҙо: – Хəш-шəрəт! Балалар, йоҡларға ятҡас, үҙ-ара шыбырлашты: – Сирбай – сирлебай. – Ысынлап та, ҡара йөрəктер, сирлелер ул?.. – Иҫəр. Тиле... – Ҡотороҡ эт тиң... Йəйге лагерҙа, сөгөлдөр утап, эҫенəн əлһерəп, Йəмилə ҡайын күлəгəһенə ятып торғайны. Йоҡомһорап киткəн. – Тор, имгəк, тор, əрəмтамаҡ! Эштəн ҡасып ятаһың, – тип типкелəгəнгə уянып китте. – Үҙең имгəк!.. Ҡарағоловтоң былай ҙа ҡара йөҙө ҡара суйын һымаҡ ҡарайҙы, аҡыр күҙҙəре тағы ла нығыраҡ аҡрайҙы: – Шайтан балаһы! Үлтерəм хəҙер, үлтерəм! – Сирбай, шүрəле һымаҡ бармаҡтарын тарбайтып, Йəмилəнең муйынын һыҡты. Ҡыҙ, ғырылдап, йəнтəслим тыпырсынып, көс-хəл менəн тиленəн ысҡынды. Үкһей-үкһей, ҡайҙа барғанын белмəй, йүгерҙе лə йүгерҙе. Абынып йығыла-йығыла йүгерҙе, битҡулдары һыҙырылып, өҫ-башы бысранып бөттө. Сирбай Ҡарағолов, шайтан һымаҡ, артынан баҫтырып килгəндəй тойолдо. Тамам əлһерəп, ниндəйҙер ауылға килеп инде. Ары атларға хəлгенəһе ҡалмағайны. Ҡапҡа янында ултырған əбей уны йəллəп, өйөнə алып инде, арҡаһынан һөйөп йыуатты, һуңынан ни булғанын төпсөнөп һорашты. Бер аҙнанан һуң уны балалар йортонан килеп алдылар... * * * Йыуыныу бүлмəһендəге тауышҡа үҫмерҙəр йыйылып киткəйне. Ҡарағолов уларҙы пырлатып ҡыуып ебəрҙе. Ярты сəғəт самаһы таш иҙəндə ятҡас, əхирəттəре Йəмилəне күтəреп индереп, карауатҡа һалды. Ҡыҙҙар борсолоп та, ҡурҡып та уның ҡанға буялып бөткəн күлдəгенə, шешенгəн йөҙөнə, ҡан уҡмашҡан яраларына, сəсенə ҡарап ҡатты. Балалар менəн гел ҡаш Оперативное совещан е м е р е п, р и з а һ ы ҙлы ҡ б елде р е п һ ө йлə ш к ə н “ ала м а ” Аль б и н а: – Сей тиҙəккə йыйылған себен кеүек йыйылмағыҙ, уға ш ул к ə р ə к, – т и п е к е р ҙ е. Йəмилəнең бөтə т ə н е у т к е ү е к я н а, б а ш ы з е ң к е п а у ы р т а. Медсестра Əлфиə апай баш дарыуы эсерҙе, йəрəхəттəренə йод һөрттө. “Уф” тип башын сайҡаны: – Бала яратмаған, эсендə йəне булмаған əҙəмдəрҙе ниңə тəрбиəсе итеп тоталар икəн, ниңə генə тоталар икəн, эй Аллам... Сирбай Ҡарағолов үҫеп еткəн ҡыҙ баланы туҡмауынан үҙе лə шөрлəп ҡуйҙы. Йəмилə лагерҙан юғалғанда, Сирбайҙы йөҙ хəйлə менəн ағай заты Солтан Бикташ ҡурсалап алып ҡалды. Балалар йорттарында төрлө аяныс хəлдəр булғылай. Химикат эс е п т ə, к үлг ə б а т ы п т а, а ҫ ылы н ы п т а үлəлə р. О ш о у й ҙ а н ш о мла н ы п, өлк ə н т ə р б и ə с е Й ə м илəлə р ҙ е ң б үлм ə һ е н ə и нде лə, əхирəттəренə сығып торорға ҡушты. – Һин дə ғəйеплеһең, Йəнгилдина, мин дə ғəйеплемен. Тəрбиəсеңə башҡа ҡаршылашма, – тине ҡарлыҡҡан тауыш менəн. – Күлдəгеңде сисеп, һабынлап йыу, былай хəстə булып ятма... Ҡарағолов сығып киткəс, Йəмилə торорға маташты. Əммə башы əйлəнде, күңеле болғанып уҡшыны. Шулай ҙа аяғына баҫты, бер-ике аҙым атлағайны, күҙ алдында нимəлер əйлəнгəн һымаҡ булып, саҡ йығылманы. Хəлгенəһе юҡ ине. Кире ятып, башын мендəргə терəне, ҡапыл күңеле тулышып, сеңлəп иларға тотондо. Төнөн дə əүəлгесə иҙрəп йоҡлай алманы, баҫлығып, имəнес төш күреп һаташты. Бит-ҡулдары ҡараға, ҡанға буялған ҡомһоҙ заттар мəхшəр ҡуптарып баҫтыра. “Үлтерəм! Бөтөрəм!” – тип быуырға маташҡандары өлкəн тəрбиəсе менəн директор, имеш... Иртəнсəк балалар йорто директоры Солтан Бикташ килеп инде. Бик шыма, бик хəйлəкəр кеше ул. Ситтəн килгəн кешелəргə ифрат та бала йəнле булып күренə, үҙен тəрбиəлəнеүселəрҙең атаһы итеп таныта. Ғəмəлдə иһə торпай, рəхимһеҙ. Əле лə яғымһыҙ ғына өндəште: – Нимə, əллə тора алмай ятаһыңмы? Телегеҙҙе тыя алмайһығыҙ. Тел өсөн элəгə һеҙгə, тел өсөн! Сирлегə һабышып ятма, температураң булмаһа, тороп иҙəн йыу, урам һепер... Йəнгилдина шуны эшлəһен, быны эшлəһен, тип балаларҙан көнө буйы əйттерҙе директор. Был – уның ғəйəт ныҡ яратҡан һəм йыш ҡулланған тəрбиəлəү алымы. – Шундай ҡиəфəт менəн мин ҡалай итеп урамға сығайым. Башым да əйлəнə, хəлем дə юҡ. – Йəмилə “атай”ға шундай яуап ебəреп ятты. Медсестра күгəргəн урынға һөртə торған май бирҙе. Көҙгөлə ярылған маңлайын, ҡашын, күгəргəн күҙҙəрен күреп, күңелен йəнə рəнйеү тойғоһо билəне Йəмилəнең. Директор линейкала бөтə балалар алдында: “Йəнгилдинаға аҙ элəккəн əле, һабаҡ алыр өсөн тағы ла нығыраҡ кəрəк булған”, – тигəн. Эш шуға киткəс, көн күрһəтмəҫтəр инде. Йəмилəне бер аҙна ҡараған əбей: “Яман үҙен белмəҫ, яҡшыны күҙгə элмəҫ”, – тигəйне. Ҡайһылай хаҡ əйткəн. Ямандарҙың ағыуы күңелдəрендə икəн шул. Юҡ, өндəшмəй, өн сығармай ғына ҡалырға ярамай. Золомлоҡ: “Мин оло”, – тип нығыраҡ ҡоторасаҡ. Балалар йорто етəкселеге балаларҙы йəберлəүҙе йəшереп ҡалдырырға, ялтырап күренергə күнеккəн. Берəй ҡайҙа барып һөйлəмəһен, зарланмаһын тип, Йəмилəне өс көн буйы күҙ уңынан ысҡындырманылар. Дүшəмбе көн иртəн Солтан Бикташ йəнə үҙе пəйҙə булды. Йəмилəнең кейенеп тороуын күреп: – Ҡайҙа йыйынаһың? – тип һораны. – Мəктəпкə, – тине Йəмилə. – Уҡыуым ҡала бит. Ул ятаҡтан сығып, мəктəп яғына ыңғайланы ла, ҡапыл уңға боролоп, ауыл урамына ҡарай атланы. Хакимиəт башлығы Латиф ағай эш урынында ине. Йөҙө-төҫө йəмһеҙлəнгəн Йəмилəнəн үҙе үк бөтəһен дə тəфсирлəп һорашты. Һеңлем, табиптарға күренеү мотлаҡ, тип, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡырҙы. Ентеклəп ҡарап, суд-медицина эксперты ун ете йəшлек күбəлəктəй ҡыҙҙың тəн йəрəхəттəрен, ҡан һауған, шешкəн урындарын теҙеп яҙҙы. Шунан дауаханаға һалдылар. Табиптар “Көслө баш мейеһе йəрəхəте яһал ған, баш мейеһе һелкенгəн” тигəн диагноз ҡуйҙы. Өс көн үтте, дүрт көн үтте... Тəрбиəселəр ҙə, əхирəттəре лə килеп, Йəмилəнең хəлен белмəне. Ауылдан мəктəптə бергə уҡыған һабаҡташтары шуны əйтте: əхирəттəрен тəрбиəселəр ебəрмəй, барырға баҙнат итеүселəрҙе балалар йортонан ҡыуыу менəн янайҙар. Сирбай Ҡарағолов Йəмилəне яманлай, миңə ниндəй күҙҙəре менəн ҡарар, ти икəн. – Ə ул үҙе миңə ниндəй күҙҙəре менəн ҡарар икəн һуң? – тине Йəмилə, əсенеп. Зыңғырлап телефон шылтыраны. – Һеҙ хəбəрсе Сəфəр Бəшəров булаһығыҙмы? – Эйе, эйе, тап үҙе. – Мин хаҡлы ялдағы уҡытыусымын. Һеҙҙең ғəҙеллек, изгелек, əхлаҡ-əҙəп тураһындағы яҙмаларығыҙҙың береһен дə ҡалдырмай уҡып барам. Əле, йəнем əрнеп, дауахананан шылтыратам. Янымда балалар йортонан бер ҡыҙ ята. Тəрбиəсеһе туҡмаған. Исеме генə тəрбиəсе, ə үҙе йыртҡыс, күрəһең. Ул бəндəнең ысын йөҙөн асһағыҙ, һеҙ генə асырһығыҙ. Əүəл үҙе лə уҡытыусы, мəктəп директоры булып эшлəгəн Сəфəр Бəшəров, башҡа хəстəрлектəрен ҡалдырып, шундуҡ дауаханаға юлланды. Сəфəр асыҡ ишектəн ингəндə, алсаҡ йөҙлө апай Йəмилəне йылы һүҙҙəре менəн йыуата ине: – Тормош шулай инде, ҡыҙым, төн менəн көн кеүек, уның төрлө сағы була. Шуның һымаҡ, донъяла əҙəмдең яманы ла, яҡшыһы ла бар. Ямандың асыуы менəн үсе күп, яҡшының уйы ла, эше лə яҡшы. Аламанан ғибрəт, һəйбəттəн үрнəк ал, балам. Ҡыйынлыҡҡа бирешмə... – Һай, афарин, апай! Һеҙ – олуғ остаз, ысын тəрбиəсе. – Сəфəр бик ихлас иҫəнлəшеп, хəл белешеп, ҡыҙға күстəнəс итеп килтергəн елəк-емеш һутын һуҙҙы. Йəмилəнең шеше ҡайтмаған, күге бөтмəгəн йөҙө нурланып, алһыуланып китте. – Ағай, һеҙгə ҙур рəхмəт! Əммə мин бында артабан уҡый алмам инде. Ауылыма ҡайтырмын, – тине Йəмилə хушлашҡанда моңһоу ғына. – Юҡ, юҡ, ҡайтма! Бирешмə! Рəнйетһəлəр, миңə шылтырат. Йəһəт кенə килеп етермен. – Шул саҡ эске ҡыуанысынан йəмлəнеп, йəнлəнеп киткəн ҡыҙға Сəфəр телефон номерын яҙып тотторҙо. Сəфəр табиптар, тəрбиəселəр, уҡытыусылар, балалар менəн осрашып һөйлəште. Сирбай Ҡарағоловты ваҡытлыса ялға е б ə р г ə ндə р. « Ел-да у ылда н с и т т ə р ə к т о р һ о н », – т и п, с а р а һ ы н к ү р е ү ҙ ə р е и нде ү ҙ ҙ ə р е н с ə. Ə м м ə б ө т ə һ е н е ң дə к ү ҙ е н т о м ала п, ауыҙын ҡаплап ҡуйып булмай. Урта мəктəп директоры урынбаҫары белгəнен Сəфəргə йəшермəй һөйлəне: – Балалар йортоноң эшенə беҙ ҡыҫыла, йоғонто яһай алмайбыҙ. Унда тəрбиəлəнеүселəр беҙҙең мəктəпкə фəҡəт уҡырға ғына йөрөй. Балалар йортонда, ысынлап та, ҡурҡытыу педагогикаһы, ҡул күтəреп тəрбиəлəү хакимлыҡ итə. Ҡыуып ҡайтарабыҙ, тип гелəн ҡурҡытыу, йəберлəү һөҙөмтəһендə балалар бигүк асылып та бармай. Сер итеп əйткəндə, Солтан Бикташ – район түрəлəре менəн ҡулдаш, арҡаҙаш. Хужалыҡтарҙа эшлəгəн өсөн алған хаҡ та əллə ни етемдəргə элəкмəй, тиҙəр. Өлкəнерəк йəштəге балаларҙы директор түрə- ҡараның йорттарында, баҡсаларында эшлəтə, тиреҫ түктертə, түтəл ҡаҙҙырта, бəрəңге, кишер, сөгөлдөр сəстертə, мунсаларына утын ярҙырта... – Ə Йəмилə ниндəйерəк ҡыҙ? – Минеңсə, уның ыңғай яҡтары күп. Анығыраҡ итеп класс етəксеһе əйтер. – Эйе, Йəмилə менəн аңлаша, уртаҡ тел таба белергə генə кəрəк, кешелəрсə мөнəсəбəт булһа, əйткəнде тыңлай ул. Һа б а ҡ т а ш т а р ы ла Й ə м илə н е х у п к ү р ə: – Һəйбəт ҡыҙ. Аралаша, шатлы ғ ы - ҡ а й ғ ы һ ы м е н ə н дə у р т а ҡла ш а. С и р б а й а ғ а й ү ҙ е х о л о ҡ һ о ҙ... Күрəһең, балалар өлкəн тəрбиəсе Си р б а й Ҡ а р а ғ о л о в т а н б е р в а ҡ ы т т а л а я ҡ т ы с ы р а й к ү р м ə й, й ылы һ ү ҙ и ш е т м ə й. У н ы ң б ө т ə т ə р б и ə с а р а һ ы – я м а н и т е п т и р г ə ү, һ ү г е ү, й ə б е р! Директор Солтан Бикташ иһə журналисҡа өлк ə н т ə р б и ə с е С и р б а й Ҡ а р а ғ о л о в т ы ү р н ə к к ə лə, к ү р м ə к к ə лə б а р к е ш елə й м а ҡ т а н ы: – Ифрат е г ə рле, к и ң б еле мле, т ала п с а н, п еда г о г и к а н ы б и ш б а р м а ғ ы һ ы м а ҡ б елə. С и р б а й б алала р м е н ə н эшлə ү ө с ө н г е н ə т ы у ғ а н... Йəмилəн е ҡ ы р а ғ а й ҙ а р с а й ə б е рлə ү в а ҡ и ғ а һ ы б улм а һ а, туҡмалған ҡыҙ баланы үҙ күҙҙəре менəн күрмəһə, бəлки, Сəфəр Бəшəров та быға ышаныр ине. Тəрбиəселəрҙең тəрбиəсеһе булырға тейешле директор күҙгə ҡарап алдай. Күҙ ҙə йоммай алдай... Йəн тетрəткес хəлде белдереп, сара күреүҙəрен үтенеп, Сəфəр Бəшəров мəғариф министры урынбаҫары Мырҙабай Яубаҫаровҡа шылтыратты. – Ҡарамалы балалар йорто республикала иң яҡшынан, ди р е к т о р ы и ң к ү р е н е кле н ə н и ҫ ə плə н ə. Б улғ а н - б улм а ғ а н х əлде ҡ а б а р т м а ғ ы ҙ, ю ҡ - б а р х ə б ə р ҙ е ҡ у й ы р т м а ғ ы ҙ и нде, – т и н е ул, ажа рла н ы п. Б ы нда й я у а п т ы к ө т м ə г ə й н е С əфə р м ə ғ а р и ф м и н и с т р ы у р ы н б а ҫ а р ы н а н. М о ғ а й ы н, ҡ ул ҡ улды й ы у алы р. Б у ш һ ү ҙ т ү г елде р. К илг ə н е ндə һ ы йла н ы п, С олт а н Б и к т а ш т а н м улла н ы п с ы ғ а, т и ҙ ə р... Бына ниндəй кимəлдə б е ҙ ҙ е ң б ə ғ з е п еда г о г т а р ҙ а ə хла ҡ - ə ҙ ə п, тип йəне үртəлде журналистың. Ни хəлгə төштөк? Ҡайҙан, кемдəн яҡлау эҙлəргə? Балаларҙы рəнйетеүҙəн, йəберлəүҙəн, уларҙың тəғəменə ҡул һоноуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр до нъяла... Бер нисə а й ҙ а н р е с п у бли к а м а т б у ғ а т ы нда к ү р е н е кле б алала р й о р т о ди р е к т о р ы С олт а н Б и к т а ш ҡ а Р ə с ə й ҙ е ң а т ҡ а ҙ а н ғ а н м ə ғ а р иф х е ҙ м ə т к ə р е и с е м е б и р еле ү е т у р а һ ы нда х ə б ə р, р а й о н г ə з и т е ндə и хла с к ү ң елдə н ҡ о тла у б а ҫ ылы п с ы ҡ т ы