Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
19 Марта 2021, 06:05

Учалы суды хөкөм иткән наркосауҙәгәрҙәр тураһыда тулыраҡ

Араларында ике ҡыҙ ҙа бар

Наркотиктар менән сауҙа иткән өсөн 6 кешене Учалы район суды хөкөм итте, тип хәбәр иткәйнек. 20-35 йәшлек йәш кешеләр тураһында һүҙ бара, шул иҫәптән - ҡыҙҙар!.
2018-2019 йылдарҙа интернет аша синтетик наркотиктар менән сауҙа итеүҙәре асыҡлана. Түләүҙе электрон системалар аша алып, тилерткес матдәне “закладка”- йәшерен урындар аша таратҡандар. Учалы, Белорет, Сибай ҡалаларында эш иткәндәр.
Төркөмдә бер генә әҙәм (Белореттыҡы) кеше үлтергән өсөн төрмәлә ултырған була, ҡалғандар - студенттар, спортсылар, яҡшы ғаиләләрҙән, ти. Бер-икәүҙәре, тилерткес матдә менән кәсеп итә торғас, үҙҙәре лә наркоманға әйләнгән, ти.
Суд ҡарары менән, ғәйептәренә ҡарап, 5 йыл 3 айҙан алып 12 йыл 6 айға тиклем ваҡытҡа иректәренән мәхрүм ителәсәктәр. Мәғлүмәт сығанағы - http://uchalinsky.bkr.sudrf.ru/modules.php?name=press_dep&op=1&did=180. Материал әҙерләнгән мәлдә суд ҡарары законлы көсөнә инмәгән ине әле, тип тә белдерҙеләр судтан.
Читайте нас