Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
20 Марта 2021, 03:15

Һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар тәбрикләнде

Кисә ҡала-районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында эшләүсе алдынғы хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде.

Кисә ҡала-районыбыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында эшләүсе бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, район һәм ҡала хакимиәттәренең Хөрмәт грамоталары менән тәбрикләнде.
Оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм юғары һөнәр оҫталыҡтары өсөн БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Хөрмәт грамоталары менән 2-се торлаҡ-эксплуатация участкаһының электр һәм газ ярҙамында иретеп йәбештереүсеһе Вил Әхмәтйәнов, «Дорзеленстрой» предприятиеһы водителе Айҙар Әхмәров, "Заказсы хеҙмәте"нең производство-техник бүлеге технигы Юлиә Баҡыева, абонент бүлеге бухгалтер-операторы Гүзәл Вәдүтова, "Учалы йылылыҡ селтәрҙәре" предприятиеһының һыу таҙартыу аппаратсыһы Зөлфиә Ғәйнетдинова, водитель Алексей Доманов, "Учалы электр селтәрҙәре" предприятиеһының баш бухгалтеры Флүзә Ирлицына наградланды.
Район һәм ҡала хакимиәттәренең Хөрмәт грамоталарына дүрт тиҫтәләп хеҙмәткәр лайыҡ булды.
Читайте нас