«Салауат Юлаев» — «Аҡ Барыҫ» хоккей командалары араһында плей-офф серияһының өсөнсө матчы башланыр алдынан ҡунаҡ команданың көйәрмәндәре Башҡортостан гимнын башҡарыуҙы өҙә. «Салауат Юлаев» Континенталь хоккей лигаһы етәкселегенә рәсми хат әҙерләй, сөнки Ҡазан көйәрмәндәре техник регламентты боҙған тип иҫәпләнә.
КХЛ-дың Дисциплинар регламентының 61.2 статьяһына ярашлы, «Чемпионат уйыны алдынан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны, республикаларҙың гимндары, сит ил дәүләттәренең гимндары яңғыраған ваҡытта Клуб көйәрмәндәре яғынан үҙеңде тотоу һәм дәүләт символдарын хөрмәт итеү нормалары үтәлмәгән осраҡта Клубҡа 100 000 (йөҙ мең) һум штраф һалына».
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла ошо хәл буйынса КХЛ етәкселегенә мөрәжәғәт итте.