Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
23 Марта 2021, 09:45

Ирекмән коронавирустан үлгән

Башҡортостанда ирекмән - ике бала атаһы коронавирустан вафат булған17 мартта COVID-госпиталдә 36 йәшлек Радик Әсфәндиәровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ирекмән хәүефле инфекцияны февраль башында йоҡторған. Уның ҡатыны, 6 һәм 15 йәшлек балалары ҡалған. Радик Шишмә районы электр селтәрҙәрендә диспетчер булып эшләгән, ярты ставкаға район спорт комплексында электрик булып йөрөгән. Пандемия башланғас та, ирекмәндәр сафына баҫҡан, һәр ваҡыт өлкәндәргә һәм мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыуҙа ярҙам иткән.«Бер мәл Шишмәлә йәшәгән инәйҙең скважинаны йүнәтеп биргәйне. Инәйҙең ҡыуанысының иге-сиге булманы, рәхмәт әйтте. Күптәр Радикты яҡшы, ярҙамсыл кеше итеп белә ине. Ул һәр саҡ ярҙамға ашыҡты», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Шишмә районының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ильвина Байбурина.Ғаилә Радикты ерләүҙе ойоштороу буйынса матди ярҙамдан баш тартҡан. Республика хөкүмәте премьер-министрының ҡарары буйынса, уның яҡындарына 250 мең һум бүленә. Башҡортостаным яңылыҡтары

Башҡортостанда ирекмән - ике бала атаһы коронавирустан вафат булған

17 мартта COVID-госпиталдә 36 йәшлек Радик Әсфәндиәровтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Ирекмән хәүефле инфекцияны февраль башында йоҡторған. Уның ҡатыны, 6 һәм 15 йәшлек балалары ҡалған. Радик Шишмә районы электр селтәрҙәрендә диспетчер булып эшләгән, ярты ставкаға район спорт комплексында электрик булып йөрөгән. Пандемия башланғас та, ирекмәндәр сафына баҫҡан, һәр ваҡыт өлкәндәргә һәм мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы таратыуҙа ярҙам иткән.
«Бер мәл Шишмәлә йәшәгән инәйҙең скважинаны йүнәтеп биргәйне. Инәйҙең ҡыуанысының иге-сиге булманы, рәхмәт әйтте. Күптәр Радикты яҡшы, ярҙамсыл кеше итеп белә ине. Ул һәр саҡ ярҙамға ашыҡты», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Шишмә районының йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ильвина Байбурина.

Ғаилә Радикты ерләүҙе ойоштороу буйынса матди ярҙамдан баш тартҡан. Республика хөкүмәте премьер-министрының ҡарары буйынса, уның яҡындарына 250 мең һум бүленә.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас