47 йәшлек Эльвира исемле ҡатын социаль селтәрҙә Истанбулда йәшәгән 40 йәшлек ир менән таныша. Ир уны үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра, ҡатын күп уйлап тормай Стамбулға оса. Улар отелгә урынлаша, әммә бер мәл улар һүҙгә килешә. Ир эсеп алып ҡатынды туҡмай башлай. Үлтерәм, йөҙөңдө йәмһеҙләйем тип янай. Икенсе көнө лә туҡмауын дауам итә.