Башҡортостан мәктәптәрендә яңы дәрес индерергә йыйыналар
Регина Доктор (Регина Ахунйәнова, терапевт) мәктәптәрҙә һаулыҡ дәрестәре ойошторорға, уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә сәләмәт туҡланыу хаҡында һөйләргә тәҡдим итте.
Андрей Назаров был идеяны баһаланы һәм Мәғариф министрлығына уны тормошҡа ашырыу программаһын әҙерләргә ҡушты.