Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Был аҙнала етәксегеҙ, коллегаларығыҙ, үҙегеҙҙән юғары булған кешеләр менән йыш аралашырға тура килер. Улар тормошоғоҙға яҡшы этәргес бирерҙәр. Кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ, яҡшы хәбәр пландарығыҙҙы тормошҡа шарыға булышлыҡ итер.
Буға (21.04 – 20.05) Эшләнмәгән эштәрегеҙҙе тамамамлап, яңыларын планлаштырырға уңайлы мәл етте. Яңы осрашыуҙар, яңы таныштар булыр. Аҙна аҙағында туғандарығыҙҙың береһе күңелегеҙҙәге шиктәрҙән арындырыр.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06) Һөйөклөгөҙ менән йорт мәшәҡәттәренә күмелеү күңелегеҙгә дәрт өҫтәр. Пландар ҡороу өсөн уңайлы осор. Күбеһе киләсәктә тормошҡа ашасаҡ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07) Әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Әммә ҡайһы бер ваҡиғалар уйланырға мәжбүр итәсәк. Яҡынығыҙҙан көтөлмәгән һүҙҙәр ишетерһегеҙ, балағыҙҙың көтөлмәгән ҡылығы уйландырасаҡ.
Арыҫлан (23.07 – 23.08) Бөтә өлкәләрҙә лә уңышҡа өлгәшеү өсөн уңайлы ваҡыт. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Яҡын кешегеҙҙең ысын йөҙө асылыр. Ҡайһы бер дошмандарҙың дуҫ, дуҫыңдың дошман булыуын аңларһығыҙ
Ҡыҙ (24.08 – 22.09) Ижад эйәләре өсөн иң уңайлы ваҡыт. Ғаиләгеҙҙәге проблеманы хәл итеп, күңел тыныслығы табырһығыҙ.
Үлсәү (23.09 – 23.10) Бөгөнгө көн менән йәшәргә ынтылығыҙ. Был аҙнаға пландар ҡормағыҙ, сөнки үҙегеҙгә бәйле сәбәптәр арҡаһында пландарығыҙ кинәт үҙгәреүе ихтимал. Шәхси, шулай ук эш мәсьәләләре буйынса байтаҡ йүгерергә тура килер. Матди ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11) Эшегеҙҙең мул емешен йыйырға ваҡыт етте.Тик эргә-тиәргеҙҙә ҡәнәғәтһеҙҙәр, уңыштарығыҙҙан көнләшеүселәр булыр. Аяҡ һалырға маташырҙар.
Уҡсы (23.11 – 21.12) Барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сыға алырһығыҙ. Хәлегеҙҙән килерен үҙегеҙ ҙә яҡшы беләгеҙ. Өҫтәмә аҡса сығанағы килеп сығыр, хеҙмәттәштәрегеҙ араһында абруйығыҙ күтәрелер.
Кәзәмөгөҙ (22.12 – 20.01) Тәүәккәлләгән – таш ярған. Был аҙнала был һүҙәҙр һеҙгә тура килеп торасаҡ. Нимәгә тотонһағыҙ ҙа уңыш юлдаш булыр. Аҡса, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ мәсьәләһенә ҡағылған үҙгәрештәр көтөлә.
Һыуҡояр (21.01 – 19.02) Тынғыһыҙ, мәшәҡәтле осор етте. Икеле-микле уйҙарығыҙҙан арынығыҙ. Карьера һәм уңыштар, икенсе яҡтан мөхәбәбт һәм ғаилә бәхете көтә. Шуларҙың береһенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк буласаҡ. Күңелегеҙ ҡушҡанды эшләгеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03) Быға тиклем булмағанса дәрәжәле һәм етди булырһығыҙ. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға баһа биреү өсөн кәрәк булыр. Киләсәк тормошоғоҙ шуға бәйле хәҙер. Аҙна аҙағында яңылыҡ ишетеү донъяғыҙҙы яҡшы яҡҡ үҙгәртер.