Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
24 Марта 2021, 04:35

Бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Өфө ҡалаһында биш йәшлек бала 12-се ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолаған.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө ҡалаһында биш йәшлек бала 12-се ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән ҡолаған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 22 мартта кис көнө бала бүлмәлә яңғыҙы ҡалған. Әсәһе ҡайҙалыр сыҡҡан. Ул тәҙрә төбөнә менгән һәм көрткә ҡолаған. Бала ауыр йәрәхәттәр алған. Хәҙер ул дауаханала ята.
Тәфтишселәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн тикшереү үткәрә.
Малайға 17-се дауаханала операция яһағандар. Табиптар баланың хәлен тотороҡло ауыр тип баһалай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
"Башинформ"
Читайте нас