*ИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУ*
*Беренсе хөтбә*
Аллаһ Тәғәлә тарафынан был донъя шулай яратылған: унда тик еңел һәм күңелле көндәр генә булмай, ә һынауҙар ҙа килеп тора. Ҡөрьәндә: *«Беҙ һеҙҙе берәй нәмә менән: ҡурҡыныс, аслыҡ, йә малдарҙың, йәндәрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән мотлаҡ һынаясаҡбыҙ, шуға сабыр иткән кешеләрҙе һөйөнсөлә...»* («Һыйыр» сүрәһе, 2:155 аят), – тиелгән. Ана шул һынауҙарҙың бер төрө – ул ауырыу. Бер яҡтан, ауырыу ҡыйынлыҡтың бер төрө булһа, икенсе яҡтан ул – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте, сөнки сирҙәр аша кешенең гөнаһтары ғәфү ителә, ул Раббыһына йышыраҡ ялбара башлай һәм үҙенең хәлен яҡшыраҡ аңлай. Бәлки, кешегә бирелгән ауырыу – йәннәт ишегелер: әгәр кеше уға сабыр итеп, Аллаһ хөкөмөнә риза булып, намаҙ-ураҙаларын теүәл тотоп йәшәһә, ошо ауырыуы бәрәбәренә уға йәннәт бирелер. Пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) өйәнәк менән ауырыған бер ҡатынды йәннәт менән һөйөнсөләне, шуға Ибн Ғәббәс ошо ҡатынға күрһәтеп, Ғата ибн Әбү Рәбахҡа: «Йәннәт әһелдәренән булған ҡатынды күрһәтәйемме?», – ти торған. Тағы бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тигән: *_«Мосолманға нәмә генә ҡағылмаһын – арыу, ауырыу, борсолоу, ҡайғы, рәнйеү, кәйеф төшөү булһынмы, хатта ниндәйҙер энә сәсеүе булһынмы – бының арҡылы Аллаһ Тәғәлә уның ниндәйҙер гөнаһын ғәфү итәсәк»._* (Әл-Бүхари һәм башҡа имамдар риүәйәт итте).
Тимәк, ауырыуҙың ошо яғын да күрә белер кәрәк һәм Аллаһ Тәғәләгә үсегерҙәй булып зарланырға ярамай. Ләкин сир, ауырыуҙың яҡшы яғы ла бар тип, дауаланмай йөрөү ҙә дөрөҫ түгел! Сөнки был донъяла һәр сиргә Аллаһ Тәғәлә йүнәлеү сараһы ебәргән. Шуға беҙгә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) дауаланырға бойорған һәм шулай тигән: *_«Аллаһ Тәғәлә ауырыу һәм йүнәлеү төрҙәрен ебәрҙе, һәм һәр сиргә йүнәлеү сараһын билдәләне. Шуға дауаланығыҙ, ләкин харам менән дауаланмағыҙ!»_* (Әбү Дәүд риүәйәт итте, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы). Ошо хәҙистән аңлашылыуынса, ниндәй генә ауырыу килмәһен, унан йүнәлергә мөмкин, ләкин дауаланам тип теләһә ниндәй харам нәмәләр эсергә йә ашарға ярамай... Мәҫәлән, сусҡа ите бер ҡасан да «тәнгә файҙалы» була алмай. Шулай уҡ хәмер (йәғни араҡы, һыра, тәмәке һ. б.). *_Тариҡ ибн Сүәйд тигән сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән (ﷺ) хәмер тураһында һорағас, ул уның харам булыуын әйтте. Тариҡ: «Мин уны дауаланыу өсөн эшләйем» тигәс, пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): «Ул дауа түгел, ә сир!» – тине_* (Имам Мүслим риүәйәт итте). Араҡыны «йылыныр өсөн», «ҡайғыны баҫыр өсөн», «ашҡаҙанды эшләтер өсөн» һ. б. эскән кешеләр ошо хәҙисте иҫтәрендә яҡшы тотһондар. Әлбиттә, ауырыу кеше йә үлә, йә араҡы эсә торған хәлгә ҡалһа (мәҫәлән, метил спиртын эсеп ағыуланған осраҡта), был башҡа һүҙ, ләкин бөгөн байрам итеп, иртәгә «баш йүнәтә» алмай ҡаңғырып йөрөгән бәндәгә Аллаһ Тәғәлә алдында аҡланып булмаҫ. Аллаһ Раббыбыҙ беҙгә ошо тәнебеҙҙе аманат итеп бирҙе, һәм беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Был тәнде беҙ ҙә, ата-әсәләребеҙ ҙә яратманы бит, шулай уҡ беҙ үҙебеҙҙең ҡиәфәтебеҙҙе лә – буйыбыҙҙы, ауырлығыбыҙҙы, киңлегебеҙҙе; сәсебеҙ, тиребеҙ, күҙҙәребеҙ төҫөн һ. б. һайламаныҡ. Аллаһ Тәғәлә исемдәренең береһе – «Әл-Мүсаууир», йәғни «сүрәт, ҡиәфәт биреүсе», йәғни беҙҙең тәнебеҙҙең һәр өлөшө – хатта бармаҡ эҙҙәре лә – Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡоролған һәм беҙгә ваҡытлыса ҡулланыу өсөн бирелгән. Әгәр ошо камил тәнде хәстәрләмәй уның таҙалығын, сәләмәтлеген, һаулығын ҡайғыртмаһаҡ, беҙ Аллаһ Тәғәләнең иң матур һәм бөйөк «ижадын» кәмһеткән булырбыҙ...
*Икенсе хөтбә*
Хәҙерге заманда күп кешеләр үҙ диндәрен яҡшы белмәгәндәре арҡаһында, теләһә ниндәй харам йә файҙаһыҙ саралар менән дауаланып маташалар, ә Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә иҫкә алынған дауаланыу сараларын белмәйҙәр. Шул сараларҙың ҡайһы берәүҙәрен (бөтәһен дә түгел!) атап үтәйек. (Кем бының турала күберәк белергә теләй, ислам медицинаһы темаһына яҙылған китаптарҙы уҡыһын. Мәҫәлән, Ибн Ҡа́ййим Әл-Джәүзи́йәнең «Әт-тыбб Ән-нәбәүи» – «Пәйғәмбәрҙең (ﷺ) медицинаһы» – китабын).
1). Кешенең күп ауырыуҙары саманан тыш ашауҙан барлыҡҡа килә. Шуға дөрөҫ ашауҙы дауаланыуҙың беренсе сараһы итеп ҡуйһаҡ, хата булмаҫ. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, *_«Әҙәм балаһы тарафынан тултырылған иң насар һауыт – ул уның эсе. Кешегә арҡаһын төҙ тотор өсөн бер нисә киҫәк кенә лә етә. Әгәр ашар булһа инде, ашҡаҙанының өстән бер өлөшө – ашауға, өстән бере – эсеүгә, тағы өстән бере – тын өсөн булһын»_* (Имам Әхмәт, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы).
2). Исламда ауырыу кешене Ҡөрьән һәм доғалар менән дә дауалайҙар. Аллаһ Тәғәлә үҙ китабы тураһында: *«Һәм Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне иңдерәбеҙ. Залимдарға ул хәсрәт кенә арттыра»* – тигән. Сахих хәҙистә әйтелгәнсә, сәхәбәләр саяндан (скорпион) сағылған бер кешене «Фәтихә» сүрәһен уҡып йүнәлткәндәр, һәм теге кеше уларға бер нисә (бер риүәйәт буйынса – утыҙ!) һарыҡ биргән.
3). Шулай уҡ күп кешеләрҙең белмәгән дауаланыу төрө – ул тмин орлоғо һәм майы. Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тигән: *_«Тмин – үлемдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа!»._* (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Был үҫемлек менән таныш булған кеше уның иҫ киткес ярҙамын үҙе лә аңлай алыр.
4). Тағы ла күп кешеләргә ят булған дауаланыу төрө – ул хиджә́мә. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): *_«Иң яҡшы дауаларҙың береһе – ул хиджәмә!»_* – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Хиджәмә – ул тирене күренер-күренмәҫ кенә ҡырҡып, ҡуйырған насар ҡанды сығарыу. Хәҙерге медицинала кешегә банкалар ҡуйыу – ана шул хиджәмәнең бер төрө. («Ҡоро», йәғни ҡан сығармай торған хиджәмә).
5). Мосолмандар дауаланыу өсөн йыш ҡулланған тағы бер үҫемлек – ул ҡыст һи́нди (костус, сostaceae, القسط الهندي). Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): *_«Ошо Һиндостан ағасын ҡулланығыҙ, унда ете төрлө шифа бар»_* – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Ибн Хәджәр әйтеүенсә, был үлән ашҡаҙанды йылыта һәм енси көстө арттыра («Фәтх Әл-Бә́ри»).
6). Тағы ла мосолман медицинаһындағы мөһим бер нәмә – теш таҙартыусы тамыр сиүә́кте әйтеп үтәйек. Хәҙистә әйтелгәнсә, *_«Сиүәк ауыҙҙың таҙалығына һәм Раббыңдың ризалығына илтә»_* – тигән (Әл-Бүхари, Ән-Нәсәи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Сиүәкте ҡулланыу теш таҙалығы өсөн генә түгел, ә пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) сөннәтенә эйәреү өсөн мөһим. Мосолман ғалимдары иҫбат итеүенсә, сиүәктә микробтарҙы үлтереүсе күп матдәләр бар. Былар барыһы ла – пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) беҙгә еткергән дауаланыу юлдарының бәләкәй генә бер өлөшө. Бынан тыш бал, хөрмә, һөт һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләр алыр инек, ләкин үҙегеҙ ислам динен һәм медицинаһын өйрәнергә тырышығыҙ, Ҡөрьәндең һәм хәҙистәрҙең ҡәҙерен белегеҙ. Шуны иҫтә тотайыҡ: күп кенә ауырыуҙарҙың сәбәбе булып беҙ үҙебеҙ торабыҙ, дөрөҫөрәге, беҙҙең үҙ тәнебеҙгә һәм динебеҙгә булған вайымһыҙлыҡ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы лә ғәфү итһен, әмин.
Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин.
«Йома хөтбәләре» китабынан.