Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2021, 06:50

Халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов

Рәсәйҙә һәм донъяның күп илдәрендә башҡорт сәнғәтенең данын күтәреүсе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Абдулла Афзал улы Солтановҡа быйыл 93 йәш туласаҡ. Оло йәштә булһа ла, Абдулла ағай әле лә теремек, үҙен бер ҙә яңғыҙ тоймай. Хәл-әхүәлән белешеп тороусылар ҙа бик күп. Өфө ҡунаҡтары, ауылдаштары, Ҡобағошҡа гастроль менән килгән артистар ҙа хәлен белешеп сыға. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, Ҡобағош ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре лә йыш барып торалар. Учалы ҡалаһында фатир ҙа биргәндәр үҙенә, әммә тыуған ауылынан бер ҙә ситкә китәһе килмәй аҡһаҡалдың. Абдулла ағайҙың тауышы әле лә моңло, йырлауын үтенһәң, бер ҙә инәлтеп тормай, күкрәк тултырып халыҡ йырын һуҙып ебәрә. Мәҙәнит хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан халыҡ йырсыһы башҡарыуында йырҙар тыңлап алайыҡ.

Рәсәйҙә һәм донъяның күп илдәрендә башҡорт сәнғәтенең данын күтәреүсе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсы Абдулла Афзал улы Солтанов
1928 йылда Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуа. Уның яҙмышы ғәжәйеп, ҡатмарлы һәм урыны менән фажиғәле лә. Сәхнәгә сыҡҡансы 40 йыл «Байрамғол» совхозында көтөү көтә. Йәш сағынан художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып ауылдар буйлап сығыш яһай.
Абдулла Солтановты тәүге тапҡыр сәхнәгә уның башланғыс синыф уҡытыусыһы Мәфтүхә Суфийән ҡыҙы алып сыға. Ете йәшлек малай ата-әсәһенең һәм яҡташтарынан халыҡ йырҙарын башҡарыуын тыңлап, уларҙы аңына һеңдерә бара. Атаһы Афзал һәм күп кенә туғандары оҫта ҡурайсылар һәм йырсылар булып иҫәпләнә. Әсәһе Маһиямал да моңло тауышлы була. Абдулла Солтанов атаһынан ҡурайҙа уйнау оҫталығын һәм боронғо оҙон көйҙәрҙе («Урал», «Томан», «Буранбай» һәм башҡалар) башҡарыу манераһын отоп ала,.
Ҙур сәхнәгә Абдулла Солтанов беренсе тапҡыр 1955 йылда сыға. Халыҡ йырсыһының репертуарында юғары кимәлдә башҡарылған йөҙләгән йырҙар – «Урал», «Буранбай», «Хисам», «Ғилмияза», «Томан», «Шәүрә» һәм башҡалар.
Иҫ киткес башҡарыу оҫталығы һәм йыр ижадын пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Абдулла Солтановҡа Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемдәре бирелә. Үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Учалы районының почётлы гражданы.
Йырсыға быйыл 93 йәш туласаҡ. Оло йәштә булһа ла, Абдулла ағай әле лә теремек, үҙен бер ҙә яңғыҙ тоймай. Хәл-әхүәлән белешеп тороусылар ҙа бик күп. Өфө ҡунаҡтары, ауылдаштары, Ҡобағошҡа гастроль менән килгән артистар ҙа хәлен белешеп сыға. Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, Ҡобағош ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре лә йыш барып торалар.
Читайте нас