Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
25 Марта 2021, 09:40

Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығы байрам ителә

Башҡортостан башлығы суфый шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы ХIХ быуаттың башҡорт суфый шағиры һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың) тыуыуына 200 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ойоштороу комитетының етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 8 ғинуарында Тәтешле районында юбилей саралары башланды. Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә мәғрифәтсенең исеме бирелде. Ошо урамда уға мемориаль таҡтаташ асылды.
"Башинформ"
Читайте нас