Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2021, 09:20

«Һуғыш балалары тураһында»ғы закон проекты ҡарала

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы пленар ултырышта «Һуғыш балалары тураһында»ғы закон проектын ҡарай.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы пленар ултырышта «Һуғыш балалары тураһында»ғы закон проектын ҡарай.
«Закон ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡабул ителергә тейеш. Иң мөһиме – беҙ уны ғәмәлгә ашырыу механизмы йәһәтенән хөкүмәт менән үҙ-ара килешеп эш итәбеҙ. Ул буш декларация булып ҡалмаҫ, оҙаҡ йылдар эшләр, оло быуын вәкилдәренә тейешле социаль ярҙам күрһәтер. «Берҙәм Рәсәй»ҙең башланғысын башҡа партиялар ҙа күтәреп алыр тип ышанам. Ветерандарға, һуғыш балаларына ярҙам – партиялар араһында ярышыу урыны түгел. Беҙгә ошо мәсьәлә тирәләй берләшергә һәм дөрөҫ, күптән өлгөрөп еткән ҡарарҙы бергәләп ҡабул итергә кәрәк».
"Башинформ"
Читайте нас