Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2021, 04:30

Учалы егете һәләк булды

Калуга өлкәһендәге аэродромда булған фажиғәлә өс хәрби летчик - командир, штурман һәм инструктор һәләк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында яҡташыбыҙ, Учалы егете, майор, авиация командиры һәм полк штурманы Денис Солтанов та бар.

23 март Калуга өлкәһендәге аэродромда булған фажиғәлә өс хәрби летчик - командир, штурман һәм инструктор һәләк булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында яҡташыбыҙ, Учалы егете, майор, авиация командиры һәм полк штурманы Денис Солтанов та бар.
Ту-22М3 бомбардировщигы был көндө уҡыу осошона әҙерләнгән була. Әммә осам ғына тигәндә ниндәйҙер сәбәп менән самолеттағы катапульта хәрәкәткә килә. Хәрбиҙәрҙе ултырғыстары менән һауаға ырғыта. Тейешле бейеклек булмау арҡаһында парашюттар асылып өлгөрмәй, летчиктар бетонға йығылып төшөп һәләк булалар.
Денис ғаиләлә өлкән бала, ҡаланың 1-се башҡорт лицейын тамамлап Силәбе штурмандар юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә. Институттан һуң Калуга өлкәһенә хеҙмәткә ебәрелә. ҡустылары Руслан менән Данил да хәрби летчиктар.
Денис Солтанов тураһында "Яйыҡ" гәзитендә лә яҙып сыҡҡайныҡ, яҡташыбыҙ Мәскәүҙә Еңеү парадында самолеттарҙың һауа парадында ла әллә күпме ҡатнашҡайны. Сирияла бер нисә тапҡыр хәрби операцияла ҡатнаша. 1, 2 дәрәжәләге "Хәрби ҡаҙаныш", "Хәрби хеҙмәт отличнигы" миҙалдары менән наградланған.
Денистың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырылҡ теләйбеҙ.
Читайте нас