Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
26 Марта 2021, 09:35

Башҡортостан – ауыл хужалығы малдарын һанлы иҫәпкә алыу буйынса лидер

Ауыл хужалығы малдарын идентификациялау һәм иҫәпкә алыу эше һөҙөмтәле алып барыла.

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эш осрашыуында республикала алып барылған ауыл хужалығы малдарын идентификациялау һәм иҫәпкә алыу эшенең һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.
Әйтәйек, автоматлаштырылған берҙәм мәғлүмәт системаһында 100 процентҡа яҡын эре мал, сусҡа, 90 процент самаһы йылҡы, ваҡ мал теркәлгән дә инде.
Максим Увайдов һүҙҙәренсә, республикала Башҡорт дәүләт аграр университеты уңышлы эшләй. Федераль министрлыҡ юғары уҡыу йортон өҫтәмә финансларға һәм абитуриенттар өсөн бюджет урындарын арттырырға йыйына.
Читайте нас