Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
26 Марта 2021, 09:45

Ташҡынға әҙерлек тикшерелде

Учалы районында йылдағыса махсус хеҙмәттәр, техника ҡатнашлығында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға арналған сара үтте. Сара ҡала филармонияһы артындағы майҙансыҡта ойошторолдо.

Учалы районында йылдағыса махсус хеҙмәттәр, техника ҡатнашлығында яҙғы ташҡынды иҫкәртеү, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға арналған сара үтте. Сара ҡала филармонияһы артындағы майҙансыҡта ойошторолдо. Күргәҙмәгә ҡуйылған техника, махсус хеҙмәт, предприятиеларҙың әҙерлеген күргәс, шом таралғандай булды. Синоптиктар яҙғы ташҡын, ҙур һыу вәғәҙә итмәй, әммә һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр.
Район Хакимиәте башлығы Ғәбделбарый Сәләхутдинов ҡала предриятиелары, ойошма, учреждениелар техникаһы, ҡотҡарыу һәм талап ителгәндә ярҙам күрһәтеү, эвакуациялау саралары менән танышты. Белгестәр һәм етәкселәр менән аралашты, кәңәшләште.
Читайте нас