Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
29 Марта 2021, 09:55

Гран-при - Ураҙ бүлексәһендә!

Уҙған аҙнала Учалы мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән “Гәзиттәргә яҙҙырыу оҫтаһы” конкурсында призлы урын яулаған почтальондар тураһында бәйән иткәйнек. Һәм бына, ниһайәт, гран-при яулаусылар менән дә таныштырырға ашығабыҙ һеҙҙе.

Уҙған аҙнала Учалы мәғлүмәт үҙәге иғлан иткән “Гәзиттәргә яҙҙырыу оҫтаһы” конкурсында призлы урын яулаған почтальондар тураһында бәйән иткәйнек. Һәм бына, ниһайәт, гран-при яулаусылар менән дә таныштырырға ашығабыҙ һеҙҙе.
“Яйыҡ” һәм “Учалинская газета” гәзиттәренә иң яҡшы подписка ойоштороусы почтальондар - Ураҙ ауылының почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре. Ураҙ ауылы почтальоны Дилә Вәлиева яҡташтарын 63 дана "Яйыҡ" һәм 27 дана "Учалинская газета" баҫмаларына яҙҙыртҡан. Ҡотой ауылы почтальоны Зәкиә Сөләймәнова 36 дана "Яйыҡ" ("Учалинская газета" - 2) яҙҙырһа, Ишмәкәйҙән Ләйсән Фәйзуллина 23 дана "Яйыҡ" һәм 4 дана "Учалинская газета" яҙҙыртҡандар. Афарин!
Сер түгел, Ураҙ ауылының почта бүлексәһендә һөнәрҙәренә тоғро, егәрле, намыҫлы почтальондар хеҙмәт итә. Бына инде 34 йылға яҡын бүлексәне ғәҙел һәм талапсан ханым - Гөлназ Хаджиева етәкләй. Уның белдереүенсә, бүлексәлә хәлдәр яҡшы. Матбуғатҡа яҙылыу планы арттырып үтәлгән. Барлыҡ баҫмаларға хаҡ күтәрелгән мәлдә, өҫтәүенә коронавирус ваҡытында уҡыусыларҙы юғалтмау еңелдән булмаған.
-Беҙҙең ауылдарҙа уҡырға яратҡан кешеләр йәшәй. Күпселеге гәзит-журналдарға өҫтөнлөк бирә. Алдырам тигән кеше хаҡына ҡарап тормай. Теләмәүселәр генә мең төрлө сәбәп таба. Күп йылдар рәттән үҙәк, республика баҫмаларынан айырылмаған йорттар бар. "Киске Өфө", "Йәшлек", "Яйыҡ", "Йәншишмә" гәзиттәренә, "Шоңҡар", "Аманат", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарына яҙылыусылар күп. Рус баҫмаларын да ситләтмәйҙәр. Шулай ҙа башҡорт милләтле халыҡ йәшәгәс, башҡорт телендәгеләренә өҫтөнлөк бирелә. Гәзит-журналдарыҙы күпселек оло быуын яратып уҡый, урта йәштәгеләр ҙә яҙылмай ҡалмай. Йыл һайын үҙебеҙ "Иң әүҙем подписчик" конкурсы ойошторабыҙ, - тип һөйләне Гөлназ Нил ҡыҙы.
Почта хеҙмәтенең уңышлы эше, күп өлөштә, почтальондарҙан ҡала. Баҫмаларҙы ваҡытында таратып, кешеләргә яҡты йөҙ, мөләйем сырай күрһәткәндә халыҡ та тартылып торасаҡ. Был йәһәттән Ураҙ почта бүлексәһенә зарланырлыҡ түгел. Бүлексә 4 ауылды хеҙмәтләндерә. Ҡотой, Ҡолош ауылдарын - Зәкиә Сөләймәнова, Ишмәкәйҙе - Ләйсән Фәйзуллина, Ураҙ ауылын - Дилә Вәлиева.
Дилә Талха ҡыҙы почта хеҙмәтендә 10 йылға яҡын эшләй һәм ошо арауыҡта ураҙҙарҙың ышанысын яуларға өлгөргән. Сөнки гәзит-журналдарҙы һуңлатмай, көнөндә таратырға тырыша, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы мәлендә лә өй беренсә тиерлек йөрөп, абонементтар тултырыуға өлгәшә.
Ураҙҙан Рәзинә Мөхәмәтйәрова, Әлмира Сәйғәфәрова, Ғәли Ғәзәлиев, Мәрзиә Исхаҡова, Разия Вәлиева, Фәнжиә Бәҙретдинова, Илүзә Рауилова, Светлана Ғиләзетдинова, Рәүзилә Сәғәҙәтова, Ҡотойҙан Лаура Хажина, Мәүлиҙә Хәйруллина, Әдилә Ғилажева, Ҡолоштан Мөслимә Мөхәмәтйәрова, Миңһылыу Мәхмүтова, Зөлхизә Иҡсанова, Ишмәкәйҙән Нурия Илһамова, Тимур Зәйнуллин йорттарына кәмендә 5-6 дана ваҡытлы матбуғат ташый почтальондар. Уҡырға яратҡан, донъя, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға теләп, күп итеп гәзиттәр алдырыусылар булғанда, беҙҙең эш тә ыңғай барыр, тигән ышаныста ҡала улар.
Ҡотой ауылында йәшәүсе почтальон Зәкиә Сөләймәнова ла 12 йылдан ашыу инде Ҡотой-Ҡолош юлын һыуындырмай, гәзиттәрҙе барып алыу, йәһәтләп таратыу өсөн йәйәү йөрөүҙе бер ҙә ҡыйын күрмәй. Биш йылға яҡын хеҙмәт итеүсе Ләйсән Вәкил ҡыҙы ла коллегаларынан ҡалышмай, эшенә етди ҡарай, еренә еткереп башҡара.
-Ямғырҙа, ҡар-буранда, йәйге селләлә йөкләнеп йөрөүе еңелдән түгел. Эш хаҡы ла түбән. Шулай ҙа үҙ эшебеҙҙе тырышып башҡарабыҙ. Бынан тыш, кешеләр менән аралашып йәшәү ҙә күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Теге йәки был кешене баҫмаға яҙылыуға күндерһәң, үҙең дә дәртләнеп китәһең, - тиҙәр почтальондар.
Почтальондар оло йәштәгеләрҙең, сығып йөрөй алмаусыларҙың ут, газ, элемтә өсөн квитанцияларын алып килеп, түләп, килтереп тә бирәләр, кредиттарын да түләйҙәр. Ул ғына ла түгел, хәҙер почта бүлексәһендә аҡса сисеү-күсереү мөмкинлеге лә бар.
Шулай йәшәй Ураҙ ауылының почта бүлексәһе. Бәләкәй генә, әммә татыу коллективтың һәр ағзаһы үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарырға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме эш хаҡы ла түгел, ә халыҡ өсөн хеҙмәт итеү.
Читайте нас