Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2021, 16:05

Еңел әҙерләнгән тәмлекәс

Телде йоторлоҡ, тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ.

Телде йоторлоҡ, тиҙ генә әҙерләнә торған тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн беҙгә 1 стакан әсегән һөт йәки кефир, 150 гр магазин ҡаймағы, 1 стакан әсемәгән һөт, 2 стакан манный ярмаһы, 4 йомортҡа, 1,5 стакан шәкәр, 1 ҡап ванилин, 100 гр эрегән аҡ май, ярты стакан он, 1 балғалаҡ сода кәрәк буласаҡ.
Бешереү процесы өҫтәге исемлек тәртибендә бара.
Кефир, магазин ҡаймағы һәм һөттө бергә ҡушып, әҙ генә йылытырға. Шуға манный өҫтәп, 1 сәғәткә ҡалдырып торорға. Йомортҡа, шәкәр, ванилин һәм майҙы бергә ҡушып туҡырға.
Миксерҙа үткәреп, оҙағыраҡ тотһаҡ, масса кремға әйләнә. Манныйлы массаға яртыһын ғына ҡушабыҙ ҙа, ҡалған яртыһын аҙаҡ еләк менән биҙәргә ҡалдырабыҙ.
Туҡылған массаларҙы бергә ҡушҡас, ярты стакан он һәм сода һалып болғайбыҙ. Соданы һеркә (уксус) менән һүндермәгеҙ, кефир эшкәртә ул. Алдан ҡыҙҙырылған 180 градуслы духовкала 25 минут бешерергә. Һыуынғас, ҡалған кремды өҫтөнә һылап, баҡса еләге теҙәбеҙ.
Әйткәндәй, теләк буйынса, еләкте массаның эсенә һалып бешерһәң дә була. Кремы һеңеп, еләк тәме ҡушылғас, торт кеүек тәмле генә, йомшаҡ ҡына ризыҡ килеп сыға!
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Донъя шундай матур төркөмөнән
Читайте нас