Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2021, 07:20

Уңыш уны ташламай

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға күнеккәнбеҙ. Әммә һәләкәткә осрап, иҫән ҡалыу һәр кемгә лә тәтемәй. Хорват Фран Селактың яҙмышы әҙәм ышанмаҫлыҡ ваҡиғаларға бай.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға күнеккәнбеҙ. Әммә һәләкәткә осрап, иҫән ҡалыу һәр кемгә лә тәтемәй. Хорват Фран Селактың яҙмышы әҙәм ышанмаҫлыҡ ваҡиғаларға бай.
Музыка уҡытыусыһы хорват Фран Селактың тормошонда әҙәм ышанмаҫ осраҡлыҡтар 1962 йылда башлана. Ул ултырған поезд рельстан ысҡына, бер нисә тапҡыр әйләнеп сыға ла һыуға барып төшә. 17 кеше һәләк була. Селак, ҡулы һынһа ла, ярға йөҙөп сыға.
Бер йылдан самолетта бик бейектә осоп китеп барғанында герметиклыҡ боҙола, салон ишеге асылып төшөп ҡала. Һауа тулҡыны Селакты ла ергә алып ата. Госпиталдә ул аңына килә. Баҡтиһәң, самолет ҡолап шартлаған, ә унан осоп төшөп ҡалған Селакты бесән кәбәненән табып алалар.
1966 йылда автобус менән һәләкәткә осрай. 4 кеше һәләк була. Селак еңелсә генә йәрәхәтләнеп ҡотола.
1970 йылда уның автомобиле юлда янып китә. Селак сығыу менән машина шартлай.
1973 йылда автомобиленең салонындә янғын сыға. Селактың да сәсе ныҡ ҡына көйрәй.
1995 йылда уны автобус бәрҙерә. Фран еңел ҡотола, шок һәм әҙ-мәҙ йәрәхәттәр генә ала.
1996 йылда автомобилдә тау юлынан китеп барғанда Селак ҡаршы юлдағы йөк машинаһының уның өҫтөнә килгәнен күреп ҡала. Селак рулде упҡын яғына тарта ла тарлауыҡҡа осмаҫ өсөн ыңғайында һикереп төшөп ҡала.
2003 йылда Селак ғүмеренең һуңғы 40 йылында беренсе тапҡыр лотерея билеты һатып ала. Уға был ваҡытта 74 йәш була. Был билетҡа ул 1 миллион доллар ота.
Башстатус
Читайте нас