Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2021, 07:00

Өйҙә нимә һаҡларға ярамай?

Кипкән ҡамыш йә ҡылған йортҡа ауырыу, бәхетһеҙлек, яңғыҙлыҡ килтерә тигән ырым элек-электән билдәле. "Яйыҡ" гәзите сайтында бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ, файҙаһы тейер. Өйҙә нимә һаҡларға ярамай һуң?

Өйҙә тишек, йыртыҡ, ялпашып бөткән тәпешкәләр һаҡларға ярамай.

Шулай уҡ кейелмәгән иҫке кейем. Насар энергетика йыйып ятмаһын өсөн йәлләмәйенсә сығарып ташлағыҙ йә кейерҙәй кешегә бирегеҙ.

Кителгән, сатнаған, ярыҡ һауыт-һаба булған йортта татыулыҡ булмай, тиҙәр. Бер-берегеҙгә нимә бүләк итергә белмәһәгеҙ, һауыт-һаба бүләк итегеҙ. Бер ҡасан да артыҡ булмай.

Кипкән ҡамыш йә ҡылған йортҡа ауырыу, бәхетһеҙлек, яңғыҙлыҡ килтерә тигән ырым борондан йәшәп килә. Кипкән үлән урынына матур-матур гөлдәр үҫтерегеҙ. Матур ҙа, файҙалы ла булыр.

Ылыҫлы ағас йә уның ботаҡтары өйҙә йылына бер тапҡыр ғына индерелә. Яңы йыл байрамдары үтеү менән сығарырға кәрәк.

Боҙоҡ техника: эшләмәгән телевизор, саң һурҙырғыс, компьютер, телефон һәр кемебеҙҙең йортонда бар. Йүнәтерлек булмаһа, тиҙ арала ҡотолоу юлын эҙләргә кәрәк.
Ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, йортоғоҙҙа ырыҫ, муллыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрөр.
Читайте нас