Яйыҡ
+16 °С
Болотло
Новости
30 Март 2021, 07:25

Һынамыштар ни һөйләй

Яҙғы һауа торошона аптырарһың. Кисә генә көн йылы, ҡояшлы торһа, бөгөн иртән тороуға ер өҫтө ап-аҡ.

Яҙғы һауа торошона аптырарһың. Кисә генә көн йылы, ҡояшлы торһа, бөгөн иртән тороуға ер өҫтө ап-аҡ.
Ниндәй миҙгел булһа ла һәр көнгә бәйле әйтемдәр һәм һынамыштар бар. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ йәйҙең нисек килеүен, уңыш мул булыу-булмауын, көндәргә, ырымдарға ҡарап ниндәй эштәр башҡарырға ярауын, ярамауын һ.б. билдәләгән.
Март, марттың көнө — шарт.

Март сыҡмай — дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын, елле була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Мартта шарт та шорт, апрелдә апырыр ҙа шапырыр.
Марттың берендә аяҙ булһа, яҙ буйы аяҙ була.
Марттың егерме бишендә һыу ҡатһа, бер аҙналыҡ юлға сыҡ.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Мейес көслө тартһа — һыуыҡ була,
Насар тартһа — епшек була.
Мейестә утын шартлап янһа, көндәр йылытырға булыр.
Томан күп төшһә, емеш уңыр.
Төтөн тура сыҡһа — һыуыҡҡа тарта.
Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.
Урман шаулаһа, көн боҙола.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Ҡар иртә төшһә, яҙ иртә килер.
Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.
Ҡар ҡояш менән китһә, бойҙай уңыр.
Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.
Ҡары ҡалын ҡыштың үләне ҡалын булыр.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.
Ҡар иртә төшһә, яҙ иртә килер.
Ҡары ҡалын ҡыштың үләне ҡалын булыр.
Усаҡтағы утын һыҙғырып янһа, көн һыуытыр.
Бесәй бүрәнә тырнаһа, көн боҙола, бөгәрләнеп ятһа, һыуыҡ була.
Бесәй ишекте тырнаһа, ямғыр, йә буран булыр.
Бесәй мейескә керһә, буран булыр.
Бесәй моронон ҡаплап ятһа, көн һыуыта.
Бесәй һыу эсһә, ямғыр булыр.
Бесәй юғары менеп ятһа, һалҡынға.
Яңы ай тыуғанда ел булһа, ай бөткәнсе ел булыр.
Яңы тыуған айҙың дүртенсе көнөндә ниндәй һауа бул­һа, ай буйы шундай һауа булыр.
Әгәр яңы ай бик асыҡ ялтырап күренһә, һалҡын булыр.
Әгәр яңы ай нәҙек кенә күренһә, ай буйы аяҙ булыр.
Әүүәл кисе* аяҙ — бик һуң килер яҙ.
Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Яҙ иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы килер.
Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.
Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр.
Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр. ташҡын шәп булһа, иген уңа.
Яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан.
Яйыҡ башынан* ел иҫһә, йәй көнө лә ҡыш була.
Яйыҡ башынан ел сыҡһа, яҙ килеүҙең билдәһе.
Урман шаулаһа, көн боҙола.
Владимир Подкуйко фотоһы.
Читайте нас