Яйыҡ
+15 °С
Облачно
Новости
31 Марта 2021, 07:20

ЯҘ ҺУЛЫШЫ БЫЙЫЛ ИКЕНСЕ

Яҙ һулышы быйыл икенсерәк,Яҙ һулышы быйыл тәмлерәк.Сәүкәләр ҙә, килгәс, һайрар кеүекСыйырсыҡтарҙан да йәмлерәк.

ЯҘ ҺУЛЫШЫ БЫЙЫЛ ИКЕНСЕ

Яҙ һулышы быйыл икенсерәк,
Яҙ һулышы быйыл тәмлерәк.
Сәүкәләр ҙә, килгәс, һайрар кеүек
Сыйырсыҡтарҙан да йәмлерәк.

Гүйә, гәлсәр бокал, боҙорсоҡтан
Көмөш шарап тама, тып-тып-тып.
Ҡояш көлә ҡышҡы һыуыҡтан һуң
Өшөк күңелемде йылытып.

Йөрәгем дә ҡайҙа ашҡына һуң
Күрмәгәндәй һис тә яҙҙарҙы?
Ғүмер буйы яңғыҙ, әйтерһең дә,
Тоймағандай хисте, наҙҙарҙы.

Яҙ һулышы быйыл икенсерәк,
Элек бит мин быны һиҙмәнем.
Күкрәгемдә нисек йөрәгемдең
Ярһыуынан әле түҙмәнем.

Ярһыуынан, әллә сәнсеүенән
Яҙ һулышы быйыл тәмлерәк.
Бөтә нәмә тәмле, йәмле, йәнле,
Өлгөрһәмсе йәшәп сәмлерәк...

Сәнсмә, йөрәк, ярһыма, тип кенә
Тыңлата ла уны алманым.
Ошо мәлдә сәүкә һайратырлыҡ
Тормош матурлығын аңланым.

Мәүлит Кәрими
Читайте нас