Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
2 Апреля 2021, 06:25
Балаһын тартып алғандар
Араҡыны ғәзиз сабыйынан өҫтөнөрәк күргән ҡатындан балаһын тартып алғандар.
Салауат районында спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан ҡатындың балаһын тартып алғандар. «Салауат ерендә» гәзите
хәбәр итеүенсә
, биш айлыҡ сабыйҙы Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһенә килтергәндәр.
Әсә ҡыҙын яҡшылап ҡарамаған, йүнләп ашатмаған. Мәсетле ауылында көн күргән ҡатын сабыйынан баш тартҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡыҙсыҡ бик теремек, көләс.
Дауахананың баш табибы Надежда Дмитренко һүҙҙәренсә, кескәй пациентты дауалағас, опека хеҙмәтендә эшләүселәр уны Өфөләге Сабыйҙар йортона бирергә йыйына.
Хәҙер ҡыҙыҡайға памперс, балалар аҙығы кәрәк. Барлыҡ һорауҙар менән «Ғаилә» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: Малаяҙ ауылы, Пенсия фондының беренсе ҡаты (8-се, 9-сы бүлмәләр). Телефон 2-06-12.
"Башинформ"
https://
www.bashinform.ru/news/1576476-v-bashkirii-mat-dovela-5-mesyachnuyu-doch-do-istoshcheniya-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"