Башҡортостанда иртәгәнән табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номер үҙгәрә. Хәҙер элекке кеүек 1301 түгел, ә 122 һандарын йыйырға кәрәк.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙә табипҡа яҙылыуҙың берҙәм номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй.
Табипҡа яҙылыуға, табип саҡыртыуға һәм прививка яһатыуға бәйле һорауҙар менән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта республикала белгестәргә регистратурала, ҡабул итеү барышында, мәғлүмәт киоскылары, телефон йәки интернет аша яҙылырға була.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы