Яйыҡ
+21 °С
Дождь
Новости
5 Апреля 2021, 10:00

Йәш ғаиләләргә - тос ярҙам

Хәликовтар дүрт бала тәрбиәләй. Элинаға - ете, игеҙәктәр Лиана менән Дианаға - дүртәр, кескәй Данилға әле ни бары йәш тә ике ай. Вилдан менән Наҙгөл Абҙаҡ ауылында йорт төҙөй башлағандар, ә сертификат аҡсаһына ҡаланан фатир алырға ниәтләйҙәр.

Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ - иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиә­тендә ҡала-районда йәшәүсе ун һигеҙ ғаилә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын алды. Бындай ярҙам “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһына ярашлы бирелде.
Аҡса федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан бүленгән. Дөйөм күләм 22 миллион 207 мең һум тирәһе тәшкил итте. Был сертификат аҡсаһы йәш ғаиләләргә торлаҡ кредиттарын түләргә, торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөүгә ярҙам итәсәк. Ошо программа ниге­ҙендә районда һуңғы өс йыл эсендә генә 75 ғаилә дәүләт ярҙамы алды. Йәш ғаиләләрҙең бары­һына ла бер үк суммала ярҙам күрһәтел­мәй. Был уларҙың алған фатирҙарының майҙанына бәйле, ғаиләлә нисә бала булыуы ла иҫәпкә алына. Мәҫәлән, ҡайһы бер ғаиләләргә 882 мең һум бирелһә, өс һәм дүрт бала тәрбиәләүселәргә 1 миллион 417 мең һумдан ашыулыҡ сертификат тапшырылды.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов бындай ярҙамдың йәш ғаиләләр өсөн урынлы һәм мөһим икәнлеген билдәләне.
-Артабан да яҡташ­тарыбыҙҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса маҡсатлы эш дауам итәсәк. Бөгөн тапшырыласаҡ социаль түләүҙәр хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итһен. Үҙ нигеҙегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Барығыҙҙы ла был шат­лыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым, - тине ул.
Ҡыуаныслы тантанаға күптәр балалары менән килгәйне. Шуға ла был сара күркәм бер байрамға әүерелде. Дәүләт ярҙамынан файҙаланасаҡ был ғаиләләрҙең күбеһендә өсәр бала тәрбиәләнә. Ғаиләләрҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Аҡсалата сертификаттар - күптән көтөп алынған бүләк.
Римма менән Вадим Моратовтар программаға сиратҡа 2016 йылда торған. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй.
- Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Күп балалы ғаиләләргә был ҙур ярҙам. Сертификат аҡсаһына йорт төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ситкә күңел тартманы, үҙебеҙҙә йәшәргә, эшләргә теләйбеҙ. Аллаһ бойорһа, беҙ ҙә шәхси йортло булырбыҙ. Үҙ ихатаңда баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап була. Был, бер яҡтан, ғаилә бюджетына ярайһы килем килтерһә, икенсе яҡтан, балаларҙың хеҙмәткә өйрәнеп, эш белеп үҫеүҙәренә этәргес бит, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәштәр.
Хәликовтар дүрт бала тәрбиәләй. Элинаға - ете, игеҙәктәр Лиана менән Дианаға - дүртәр, кескәй Данилға әле ни бары йәш тә ике ай.
Вилдан менән Наҙгөл Абҙаҡ ауылында йорт төҙөй башлағандар, ә сертификат аҡсаһына ҡаланан фатир алырға ниәтләйҙәр.
-Дәүләт ярҙамын 2013 йылдан бирле көттөк, ни­һа­йәт, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. 1 миллион 323 мең һумлыҡ сертификат эйәһе булдыҡ. Программалар артабан да әүҙем эшләһен. Йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ғаиләң менән үҙ йортоңда йәшәүгә ни етә?! Һәр ғаилә балалары менән бәхетле, ә дәүләттән ошондай ярҙам күрһәтелеүе үҙе сикһеҙ ҡыуаныс, - ти йәштәр тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Барыһының да хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр, тип ышанғы килә. Үҙ йорттары булған ғаиләләр генә үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тоялыр.
Читайте нас