Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
5 Апреля 2021, 08:30

Яҡташығыҙ хаҡында һөйләгеҙ

Башҡортостанда “Яҡташтар” проекты старт алды.

Башҡортостанда “Яҡташтар” проекты старт алды. Уның асылы шунда – республикала йәшәүселәргә үҙенең районында, ҡалаһында, ауылында көн итеүсе һәм йәшәү рәүеше, матур эштәре менән хөрмәткә лайыҡ шәхес тураһында һөйләргә тәҡдим ителә. Үҙегеҙ яҡындан белгән һәм хөрмәт иткән яҡташығыҙҙы күтәрмәләү өсөн был бик ҙур форсат.
Проект сиктәрендә ҡала-райондарҙа анкета һорауҙарына яуап биреү башланған да инде. Теләүселәр земляки2021.рф сайтына инеп, махсус форманы тултыра ала. Анкеталарҙа күрһәтелгән фамилиялар проекттың икенсе этабында буласаҡ тауыш биреүҙә ҡатнашасаҡ.
Читайте нас