Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
6 Апреля 2021, 04:00

Балама

Баҡса төптәрендә үҫкән,Тәлгәшле баланҡайым.Ашатырҙар, ташлатырҙар,Ташлама, балаҡайым...

Балама
Баҡса төптәрендә үҫкән,
Тәлгәшле баланҡайым.
Ашатырҙар, ташлатырҙар,
Ташлама, балаҡайым...
Йәннәт үрҙәрен менгәндә,
Үрҙәре бейегерәк.
Шул юлдарҙы үтер өсөн,
Балам, миңә һин кәрәк...
Үҙемә лә, балама ла,
Һаулыҡ бир, Аллаһҡайым.
Бәхетле бул, иманлы бул,
Аҙашма, балаҡайым.
Ғәҙел инсандарға ҡарап, фәһемдәр алам
Сәскәләрҙең араһында
Ҡыҙылдары бар.
Усын-усына ышҡып
Ҡыуанғаны бар.
Ҡысҡырып илағым килә
Үҙемде тыям.
Шул сағында Раббымдың
Биргән көсөн тоям.
Хаҡ Тәғәләнең ҡушҡанының
Сауабын йыям.
Аллаһ тыйғандарынан
Үҙемде тыям.
Сабырлыҡтарын һорап
Доғалар ҡылам.
Ғәҙел инсандарға ҡарап
Фәһемдәр алам.
Автор: Фатима ЖӘЛИЛОВА.
Читайте нас