Әсәйҙәр балалары өсөн доға ҡылырға тейеш!
Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Улар өсөн, беҙ - әсәйҙәр ҙә һорамаһа, кем һорар, доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һораусыларҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата!