Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
14 Апреля 2021, 06:20

Ҡатынын үлтереп баҙға ташлаған

Учалы ауылында ҡурҡыныс фажиғә теркәлде. Полицияға билдәле булмаған кешенән бер ғаилә йәшәгән йортта низағ тураһында хәбәр килгән.

Ҡатынын үлтереп баҙға ташлаған
Учалы ауылында ҡурҡыныс фажиғә теркәлде. Полицияға билдәле булмаған кешенән бер ғаилә йәшәгән йортта низағ тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына шундуҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары сыға. Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, полиция хеҙмәткәрҙәре килеү менән өй ишеген асырға маташалар, әммә эстән йорт хужаһы уларҙы индермәй. Йорт тирәһен тикшергән мәлдә тәртип һаҡсылары ерҙә баҙға алып барыусы ҡан тамсыларын күреп ҡала. Һөҙөмтәлә, ошо эҙ буйынса баралалар һәм йорт хужаһының баҙында ҡатын-ҡыҙ мәйетенә юлығалар.
Шул уҡ ваҡытта йорт яна башлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре өйгә үтеп инә һәм үҙенең ғүмерен ҡыйырға маташҡан ирҙе таба. Улар уны аңына килтерә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырта.
Һуңынан асыҡланыуынса, ир менән ҡатын 25 йыл бергә ғүмер кисергән, ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар йыш ҡына талашҡан, ыҙғыштың сәбәбе – көнсөллөк, тип баралар. Был юлы көндәлек ыҙғыш ҡатындың үлеме менән тамамлана. 52 йәшлек ир, көнләшеп 50 йәшлек ҡатынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, ә унан һуң балта төйҙәһе менән уның башына һуға. Ҡатын йән биргәс, ир уны һарай янындағы баҙға алып барып һала. Аҙаҡ үҙен үлтерергә маташа, ә уның алдынан өйгә ут төртә.
-Ир үҙенең ғәйебен таныны. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты “Үлтереү” буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. УЧалы районы буйынса Эске эштәр бүлеге тикшереү эшен дауам итә, - тип мәғлүмәт бирә Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас