Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
14 Апреля 2021, 06:37

Билдәле йырсылар сит илгә күсенә

Билдәле пар шәхси тормошондағы яңылыҡтары менән социаль селтәрҙәрҙә йыш бүлешәләр.

Билдәле пар шәхси тормошондағы яңылыҡтары менән социаль селтәрҙәрҙә йыш бүлешәләр. Әлеге көндә улар кинйә ҡыҙҙары менән Төркиәлә ял итә. Гүзәл Уразова бер магазинда Арианаға уйынсыҡ һайлаған ваҡыттарын видеоға төшөрөп Инстаграмға ҡуйған. Был яңылыҡ уларҙың сәхиәфәләренә яҙыусыларҙы ҡайһы берҙәрҙең асыуын ҡабартҡан. “Маҡтанып йөрөгәнсе Илдарҙың ата-әсәһенә ҡайтып ярҙам итегеҙ...”, “Коронавирус ваҡытында нимә тип ауырыу таратып йөрөйһөгөҙ?”, “Кемгә рәхәт, беҙҙең газға түләргә лә аҡса юҡ” тигән яҙыуҙар ҡалдырғандар.
Уларға Гүзәл Уразова яуап итеп: “Ҡыҙыбыҙ Арианаға климат алмаштырырға табиптар ҡушты. Ике айлыҡ ҡына сағында Илдар ҙа ауырып китә һәм уның ата-әсәһенә лә климат алмаштырырға кәңәш итәләр. Ғаилә Кавказға күсеп китә. Уға биш йәш тулғанда ғына тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайталар. Шунан һуң ул сир-һалыуҙарға артыҡ бирешеп бармай. Ҡыҙыбыҙҙың хәле яҡшырҙы. Ул үҙен һәйбәт тоя. Ауырымағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тип яҙа йырсы.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/Ma-tanip-y-r-g-nse-Ildar-i-ata-s-en--aytip-yar-am-itege-758168/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас