аҡ эремсек - 3 кг
шәкәр - 500 гр (мөмкин күберәк)
ҡара емеш, күрәгә, муйыл (теләк буйынса)
аҡ май
Аҡ эремсекте алдан әҙерләп йыябыҙ (туңдырғыста һаҡлай торорға була).
Ҡалын төплө кәстрүлгә эремсекте, шәкәрҙе һалып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ут талғын булырға тейеш. Эремсекте ҡыҙыл төҫкә ингәнсе ҡайнатабыҙ (4-6 сәғәт)*. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатабыҙ. Эремсек һутын алып түгеп торабыҙ.
Утты һүндерәбеҙ. Кәстрүлдең бер яғын күтәреңкерәп, эремсек һыуынғансы көтәбеҙ. Ул ваҡытта ҡалған һут ағып төшә, уныһын да түгәбеҙ.
Артабан эремсекте һалма таҡтаһына йәйеп һалабыҙ. Ул шунда 1 көн (иң күбендә көн ярым) кибә (артыҡ оҙаҡ киптермәгеҙ). Ҡул менән болғатып торабыҙ, юғиһә эремсек күгәрә.
Кипкән эремсекте блендер менән ваҡлайбыҙ, йәки ит үткәргестән 2 (!) тапҡыр бороп алабыҙ. Сама менән бер аҙ йомшарған аҡ май һалып баҫабыҙ. Теләгәндә ҡара емеште, күрәгәне, муйылды өҫтәргә була. Йомробаштарҙы әүәләп, туңдырғысҡа оҙатабыҙ.