Яйыҡ
+10 °С
Облачно
Новости
16 Апреля 2021, 11:05

Бер айҙа дүрт тапҡыр кәләш алған

Тайвандә банкта эшләүсе бер ир түләүле отпускыға сығаһы килә. Ундағы закондар буйынса, өйләнгән осраҡта кешегә 8 көн түләүле ял бирелә икән...

Тайвандә банкта эшләүсе бер ир түләүле отпускыға сығаһы килә. Ундағы закондар буйынса, өйләнгән осраҡта кешегә 8 көн түләүле ял бирелә икән. Ләкин был һигеҙ көн генә иргә аҙ булып күренә. Шуға күрә ул ҡырҡыу аҙымға бара - һөйгән ҡыҙына өйләнә лә, түләүле ялының һигеҙенсе көнөндә ул кәләше менән айырылыша. Иртәгәһе көнөнә ул шул ҡатынына тағы өйләнә, шулай итеп уға тағы бер отпуск бирәләр.
Кейәүгә был ғына аҙ булып тойола. Ир менән ҡатын 37 көн эсендә дүрт тапҡыр никах теркәп, өс тапҡыр айырылышып өлгөрә. Дүртенсе тапҡыр отпуск алам тигәнендә, эштәге хужаһы йылғыр кейәүҙең теләгенә ҡаршы төшә. Тик кейәү үҙе эшләгән компанияны судҡа бирә һәм еңеп сыға. Һөҙөмтәлә, компания йәш кейәүҙең хоҡуғын боҙған өсөн 20 мең Тайвань доллары (беҙҙең аҡса буйынса 54 мең һум) күләмендә штраф түләргә тейеш була.
Сығанаҡ: РЕН ТВ
Фото: sovetrzn/ru
Читайте нас