Яйыҡ
+11 °С
Дождь
Новости
16 Апреля 2021, 11:30

Мөхәббәт үлемгә кәртә түгел

Уҙған йылдың октябрендә 21 йәшлек Хлои Аски исемле ҡыҙҙа яман шеш асыҡлана. Был хаҡта белеү менән һөйгән егете уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай.

Лента.ру баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың октябрендә 21 йәшлек Хлои Аски исемле ҡыҙҙа яман шеш асыҡлана. Был хаҡта белеү менән һөйгән егете уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Аски бер нисә тапҡыр химиотерапия курсы үтә. Быйыл февраль аҙағында операция яһата. Ләкин хәле яҡшыланмай. Егет һәр ваҡыт ҡыҙҙың янында була, ярҙам итә.
Аскины 9 апрелдә өйөнә ҡайтаралар. Көндәре һанаулы ғына ҡалғанын әйтәләр. Йәштәр ваҡытты һуҙмай, туй көнөн 12 апрелгә билдәләй. Ләкин ҡыҙ нәҡ шул көндө, туйға бер нисә сәғәт ҡалғас, яҡты донъянан китә.
Был ваҡиғаға оҡшаш хәл Данияла ла булған. Унда баш мейеһе яман шеше менән яфаланған кәләш кейәүгә сыға һәм рәсми никахҡа ингәндән һуң 15 минут үткәс үлә. Был уның һуңғы теләге була.
Фото: лента.ру
Читайте нас