Балыҡсы боҙ аҫтына киткән
Яҙғы боҙға ышанырға ярамағанлығы тураһында даими киҫәтәләр. Йыл һайын яҙғы боҙ арҡаһында кешеләр һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар араһында ғәҙәттә балыҡсылар, балалар күберәк була. Ошо көндәрҙә Илтабан һыуһаҡлағысында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Иртән һыу ятҡылығына балыҡ ҡаптырырға килгән 74 йәшлек ир боҙло һыу аҫтына китеп һәләк була. Яҡташыбыҙ үҙ аллы һыуҙан сығырға маташа, боҙға ла йәбешеп ҡара, ярҙамға саҡырып ҡысҡыра. Үкенескә күрә уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, ирҙең кәүҙәһен һыу менән йөҙҙөрөп алып китә.
Учалы район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет рәйесе Флүзә Хәсәнова балыҡ ҡармаҡларға яратыусы яҡташтарыбыҙҙы яҙғы айҙа йылға-күлдәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
-Боҙ йоҡа, шуға ла, ни тиклем балыҡ ҡармаҡларға яратыуға ҡарамаҫтан һаҡлыҡ саралары тураһында оноторға ярамай. Ошо көндәрҙә Өргөн күлендә боҙ өҫтөндә балалар йөрөй, тип шылтыратып әйткәстәре, шундуҡ урынға барҙыҡ. Беҙ килгәндә балалар күренмәй ине, бәлки таралышып өлгөргәндәрҙер. Әммә күл өҫтөндә байтаҡ балыҡсы ултыра. Шуға ла тағы бер ҡабат иҫкәртәбеҙ, ата-әсәләр, балаларығыҙҙы боҙ менән ҡапланған йылға-күлдәргә яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Шулай уҡ балыҡсыларға әйтер һүҙебеҙ, күлдәр боҙҙан әрселгәнде көтөгөҙ, ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тине Флүзә Хәсәнова.