Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2021, 16:15

Һарыҡты кем ашаған?

Һарыҡты кем ашаған?Мәҫәл.Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,Эҙләп тә тапмағандар, ул юғалған.Бер-ике көн үтеп киткәс, беҙҙең аусы:"Бүре ашаған һарыҡты", - тип, хәбәр алған.Быны ишеткәс, аусы сикһеҙ асыуланды,Йыртҡыстарҙың был эшенә көйҙө, янды.Һарыҡтың үсен алмай ҡалмамын, тип,Януарҙарға ошолай тип хәбәр һалды:"Ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе.Һарығымды кем ашаған булһа, шуныТалап ҡылам миңә тотоп биреүегеҙҙе!"Аусыны белә урманда һәр бер януар,Был хәбәрҙе ишеткәс тә таң ҡалдылар.Аусыны тиҙерәк риза итәйек тип,Кәңәш өсөн бер урынға йыйылдылар.Мәжлестә Төлкө - кәтип, Бүре - рәйес,Рәйес һүҙ башлап әйтте: "Был ниндәй эш!..Аусының һарығын кем ашаны? -Танмайынса ошо ерҙә әйтеү тейеш.Шул эш өсөн саҡырҙым мин бында һеҙҙе:Асыуланһа, аусы ҡырыр һәммәбеҙҙе.Кем ашаһа, шуны биреп ҡотолайыҡ,Тоғролоҡтан айырмағыҙ үҙегеҙҙе".Әүәл Бүре ашаманым, тине, танды,Төлкө лә тоғролоғон һөйләп алды.Һәммә йыртҡыс үҙ-үҙҙәрен аҡланылар,Бер яҡ ситтә йыртҡыс түгел Ҡуян ҡалды.Тине Бүре: "Ситтә тороп яңғыҙ үҙең,Бур кешенең күҙе төҫлө ике күҙең,Һарыҡты ашаған кеше һин түгелме?Әйтеп ҡал! Бында килеп, әйтер һүҙең!.."Ҡуян меҫкен ҡурҡыуынан ҡалтыранды,"Ашаусы мин түгел", - тип саҡ әйтә алды.Шөбһәле кеше төҫлө яуап биргәс,Барса йыртҡыс: "Ашаусы шул!", - тип, һөрән һалды.Ашамай Ҡуян һис бер ваҡытта ит,Әйтә алманы: "Ашаусы мин түгел", - тип;Тине Бүре: "Һарыҡ ашап йөрөгән кешеОшо икән, килтерегеҙ бәйләргә еп!"Шул минутта әллә ҡайҙан еп таптылар,Ҡуяндың муйынына еп таҡтылар."Яуызлыҡтың язаһын күр бына инде!" - тип,Аусының ауылына оҙаттылар.Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:Һәр ҡайҙа золом күрер меҫкен Ҡуян.Зарарлы бәндә булып күренерһең,Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян.Мәжит Ғафури

Һарыҡты кем ашаған?

Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,
Эҙләп тә тапмағандар, ул юғалған.
Бер-ике көн үтеп киткәс, беҙҙең аусы:
"Бүре ашаған һарыҡты", - тип, хәбәр алған.

Быны ишеткәс, аусы сикһеҙ асыуланды,
Йыртҡыстарҙың был эшенә көйҙө, янды.
Һарыҡтың үсен алмай ҡалмамын, тип,
Януарҙарға ошолай тип хәбәр һалды:

"Ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,
Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе.
Һарығымды кем ашаған булһа, шуны
Талап ҡылам миңә тотоп биреүегеҙҙе!"

Аусыны белә урманда һәр бер януар,
Был хәбәрҙе ишеткәс тә таң ҡалдылар.
Аусыны тиҙерәк риза итәйек тип,
Кәңәш өсөн бер урынға йыйылдылар.

Мәжлестә Төлкө - кәтип, Бүре - рәйес,
Рәйес һүҙ башлап әйтте: "Был ниндәй эш!..
Аусының һарығын кем ашаны? -
Танмайынса ошо ерҙә әйтеү тейеш.

Шул эш өсөн саҡырҙым мин бында һеҙҙе:
Асыуланһа, аусы ҡырыр һәммәбеҙҙе.
Кем ашаһа, шуны биреп ҡотолайыҡ,
Тоғролоҡтан айырмағыҙ үҙегеҙҙе".

Әүәл Бүре ашаманым, тине, танды,
Төлкө лә тоғролоғон һөйләп алды.
Һәммә йыртҡыс үҙ-үҙҙәрен аҡланылар,
Бер яҡ ситтә йыртҡыс түгел Ҡуян ҡалды.

Тине Бүре: "Ситтә тороп яңғыҙ үҙең,
Бур кешенең күҙе төҫлө ике күҙең,
Һарыҡты ашаған кеше һин түгелме?
Әйтеп ҡал! Бында килеп, әйтер һүҙең!.."

Ҡуян меҫкен ҡурҡыуынан ҡалтыранды,
"Ашаусы мин түгел", - тип саҡ әйтә алды.
Шөбһәле кеше төҫлө яуап биргәс,
Барса йыртҡыс: "Ашаусы шул!", - тип, һөрән һалды.

Ашамай Ҡуян һис бер ваҡытта ит,
Әйтә алманы: "Ашаусы мин түгел", - тип;
Тине Бүре: "Һарыҡ ашап йөрөгән кеше
Ошо икән, килтерегеҙ бәйләргә еп!"

Шул минутта әллә ҡайҙан еп таптылар,
Ҡуяндың муйынына еп таҡтылар.
"Яуызлыҡтың язаһын күр бына инде!" - тип,
Аусының ауылына оҙаттылар.

Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:
Һәр ҡайҙа золом күрер меҫкен Ҡуян.
Зарарлы бәндә булып күренерһең,
Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян.
Мәжит Ғафури
Читайте нас