Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
20 Апреля 2021, 10:20

Енси ғәмәлдәр ҡылыуҙа ғәйепләнә

Учалы районы суды 11 йәшлек бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енси ғәмәлдәр ҡылыуҙа ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асҡан.

Учалы районы суды 11 йәшлек бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енси ғәмәлдәр ҡылыуҙа ғәйепләнеүсегә енәйәт эше асҡан.
Тикшереү барышында был ирҙең сит өлкәлә йәшәүе асыҡланған. Ул социаль селтәрҙәге танышыу сайтында 2009 йылғы уҡыусы менән таныша, артабан аралашыуҙы «WhatsApp» мессенджерында дауам итергә тәҡдим яһай.
-Аралашыу мәлендә ғәйепләнеүсе ҡыҙ баланың психик торошон ҡаҡшатыусы яланғас төшкән фотоларын ебәргән, - тип мәғлүмәт бирә Учалы район суды.
Иргә ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Беренсеһе - бәлиғ булмаған кешенең көсһөҙлөгө менән файҙаланып енси характерҙағы теләген тормошҡа ашырыуы һәм балалар араһында законһыҙ рәүештә порнографик һүрәттәр таратҡаны өсөн. Боҙоҡлоғо өсөн уға беренсе статья буйынса 12 йылдан алып 20 йылғаса иректән мәхрүм ителеү, икенсе статья буйынса - 2 йылдан 6 йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай. Ваҡиға буйынса әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.
фото https://www.google.com/url?sa=i&url=https%3A%2F%2Fm.sputnik.by%2Fincidents%2F20191121%2F1043296610%2FPedofila-kotoryy-sovraschal-detey-cherez-sotsseti-zaderzhali-v-Grodno.html&psig=AOvVaw0dvtvpaXYjfAZC_l3AJ1Qh&ust=1619000691601000&source=images&cd=vfe&ved=0CAMQjB1qFwoTCPiGzeHNjPACFQAAAAAdAAAAABAJ
Читайте нас