Тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә лә аҡсалата ярҙам буласаҡ. Владимир Путин тулы булмаған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте. Тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәнең береһе күрһәтелмәһә, йәки улар айырылышҡан булһалар, бындай ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға 2021 йылдың 1 июленән ай һайын 5650 һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
«Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йә иһә ата-әсә айырылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү – ил буйынса уртаса 5600 һум тәғәйенләнә», — тине Владимир Путин.