Яйыҡ
+10 °С
Ясно
Новости
22 Апреля 2021, 05:50

Халыҡ һине онотмай

Бөгөн уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында киң популярлыҡ яулаған, меңдәрсә кешенең яратҡан төркөмө булған “Дәрүишхан”дың солисы Дим Ҡоләхмәтовтың йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашыуына - 16 йыл.

Бөгөн уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында киң популярлыҡ яулаған, меңдәрсә кешенең яратҡан төркөмө булған “Дәрүишхан”дың солисы Дим Ҡоләхмәтовтың йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашыуына - 16 йыл. "Дәрүишхан" төркөмө башҡорт мәҙәниәте тарихында сағыу бер күренеш булды. Яҡташыбыҙҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаһа ла, сәхнә тигән күк йөҙөндә уның йондоҙо әле һүнмәгән. Исеме гелән тел осонда, йырҙары һәр саҡ йөрәктәрҙә, рухы - күңелебеҙ түрендә. Уның йылмайыуҙан балҡып торған алсаҡ йөҙө бөгөнгөләй күҙ алдында. Оло йөрәкле, көслө рухлы, талантлы кеше булды ул. Ул ижад иткән, башҡарған рухлы йырҙарын халыҡ бөгөн дә тыңлап туймай.
Читайте нас