Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
22 Апреля 2021, 06:40

Кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтәләр

Учалы ауылының 72-се балалар баҡсаһы “Башҡортса белем биреүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” конкурсы еңеүсеһе булып танылды.

Учалы ауылының 72-се балалар баҡсаһы “Башҡортса белем биреүсе иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы” конкурсы еңеүсеһе булып танылды. “Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә ойошторолған был конкурс 1 февралдән 31 мартҡа тиклем уҙғарылды. Бында 55 балалар баҡсаһы ҡатнашты, улар араһында Һамар, Силәбе өлкәләрен вәкилләүселәр ҙә бар ине.
Читайте нас