Ҡорама ауылы мәҙәниәт йорто “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федераль проекты нигеҙендә ойошторолған “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” конкурсы гранты еңеүсеһе булдылар. Ҡорамалар грант аҡсаһына клубтарының матди базаһына нығытырға ниәтләйҙәр. Был аҡсаға сәхнә кейемдәре һәм ноутбук һатып аласаҡтар.
-Грантты еңеүебеҙгә бик шатбыҙ. Учреждениебыҙҙың эшен юғары баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт. “Мәҙәниәт” милли проекты бик мөһим проект. Иң мөһиме ул беҙҙең кеүек клубтарға эшмәкәрлектәрен республика кимәлендә күрһәтергә мөмкинлек бирә, - тине Ҡорама мәҙәнәит йорто мөдире Ғаяз Ибраһимов.