Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
26 Апреля 2021, 11:20
Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡын атанылар
Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар-февраль айҙарында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар-февраль айҙарында ойошма хеҙмәткәрҙәренә иҫәпләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы 37 448 һум тәшкил иткән. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр республика статистиктары.
Шул уҡ ваҡытта республикала реаль эш хаҡы 2020 йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 0,1 процентҡа кәмегән.
Башстатта белдереүҙәренсә, быйыл февралдә уртаса хеҙмәт хаҡы 37 332 һум тәшкил иткән.
Һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабрендә – 2021 йылдың февралендә 15 йәшлек һәм унан өлкән эшсе көстәр һаны – яҡынса 1,942 миллион. Шуның 1,841 миллионға яҡыны иҡтисадта мәшғүл булған, 101 меңдән ашыуы эшһеҙ тип иҫәпләнгән.
Былтыр декабрҙә – быйыл февралдә дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,2% тәшкил иткән. https://
www.bashinform.ru/news/1587364-nazvana-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"